Ҡурай
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Урындағы яңылыҡтар
23 Февраль , 13:20

Нефтекама филармонияһы артисы Раян Алтыншин оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡара

Оҙон көй – башҡорт халҡының ысын мәҙәни ҡаҙанышы ул. Милләттең тарихына һәм мәҙәниәтенә тәрән үтеп инә алған ысын оҫталар ғына башҡара ала уны. Шундай оҫталарҙың береһе – Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Раян Алтыншин.

Нефтекама филармонияһы артисы Раян Алтыншин оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡара
Нефтекама филармонияһы артисы Раян Алтыншин оҙон көйҙәрҙе оҫта башҡара

Оҙон көй – башҡорт халҡының ысын мәҙәни ҡаҙанышы ул. Милләттең тарихына һәм мәҙәниәтенә тәрән үтеп инә алған ысын оҫталар ғына башҡара ала уны. Шундай оҫталарҙың береһе – Нефтекама дәүләт филармонияһы солисы Раян Алтыншин.


Йырға мөхәббәт бала сағынан килә уның. Байрамдарҙа, табында атайы менән әсәһе һәр саҡ йырлай. Тәүҙә ул уларҙы тыңлай, ә һуңынан үҙе лә йырлай башлай.
Шуға ла мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инергә теләүе туғандары тарафынан ғайре табиғи хәл тип ҡабул ителә. Тик унан башҡа ла 157 абитуриент вокал бүлегенә уҡырға инергә атлығып тора булып сыға, ә уҡырға бары 15 кешене генә алалар. Ни гажәп, улар иҫәбенә Раян да эләгә. Уҡып бөткәс, уны Сибай филармонияһына педагог итеп эшкә ебәрәләр.
Нефтекама дәүләт филармонияһына иҫә ул башҡорт бригадаһы етәксеһе итеп саҡырыла.
– Миңә халыҡ йырҙары, боронғо, ретро-йырҙар оҡшай. Сәхнәлә хәҙер йырсылар ғәләмәт күп, ләкин матур йырҙары бик аҙ ғына. Яратҡан йырсыларым: Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин, Иншар Солтанбаев. Бына улар ысын йырсылар ине! Хәҙер ундайҙар юҡ, – ти Раян Алтыншин.
Башҡорт бригадаһы гастролдәргә йыш йөрөй. Ҡурғанда, Силәбе өлкәһендә, Ырымбурҙа бик яҡшы ҡабул итәләр уларҙы. Киткәндә күҙ йәштәре түгеп оҙаталар. Хәҙер күберәк «Пушкин карталары» буйынса эшләйҙәр, студенттар, уҡыусылар алдында сығыш яһайҙар.
– Элек гастролдәрҙә ауыр ине. Фатирҙар буйлап йөрөнөк, туҡтарға урын эҙләнек. Ә хәҙер еңел. Аппаратура яҡшы, машина яңы, һәйбәт ҡунаҡханаларҙа туҡтайбыҙ, – ти артист.
Раян Алтыншин тормош иптәше Лира менән өҫ бала тәрбиәләгән. Күп балалы ғаилә булараҡ уларға ер участкаһы бирәләр, хәҙер шунда йорт тергеҙеп киләләр, мунса төҙөгәндәр. Өлкән улдары Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала, ҡыҙҙары Рәсәй спорт мастерлығына кандидат.
Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алыуын Раян иң ҙур һөнәри ҡаҙанышы тип иҫәпләй. Әле ул соло концерт әҙерләй.

Автор: Ирина Валиева
Читайте нас