Николо-Березовкала «Камские зори» ял базаһында Ватанды һаҡлауслыра көнөнә арнап, тәүге тапҡыр «Автоһабантуй-2026» ойошторҙолар.
Был майҙансыҡта автоуһыштар тәүге тапҡыр ғына үткәрелмәй, әммә тап быйыл ғына улар район хакимиәте ярҙамында киң күләм алды. «Былтыр үткән ярыштарҙа ҡунаҡ булараҡ ҡатнашып, беҙ халыҡтың ҡыҙыҡһыныуын күрҙек һәм ниңә һабантуйҙы йылына ике тапҡыр үткәрмәҫкә, ти уйланык. Йәйен — һабантуй, ҡышын — автоһабантуй. Ойоштороусылар сараны быйыйл уҙғарырға рөхсәт һорап килгәс, мин уларға масштабты киңәйтергә һәм ысын ир-егеттәр өсөн ысын байрам ойошторорға тәҡдим иттем. Бындай байрам республикала тәүге тапҡыр һәм тик беҙҙә генә үтә», — тине район башлығы Алексей Горбачёв.
Социаль селтәрҙәрҙәге реклама арҡаһында «Автосабантуй» урындағы ярыштар өсөн рекорд булған илленән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Географияһы тәьҫир ҡалдырҙы: яҡын-тирәләге ҡала һәм райондарҙан ғына түгел, Татарстандан, Удмуртиянан һәм Пермь крайынан да килделәр. Әммә иң аптыратҡаны — тамашасылар һаны. Һыуыҡҡа ҡарамаҫтан, кеше бик күп ине, кескәй балаларын етәкләп, арбаларға ултыртып ғаиләләре менән килгәндәр. Машинадар юл буйына Николо-Берёзовкаға тиклем тезелгәйне.
Старт алдынан ҡатнашыусылар трибуна янына теҙелде, Рәсәй, Башҡортостан һәм Краснокама районы гимндары яңғыраны. Алексей Горбачёв, уҙышты ойоштороусы Андрей Яманаев һәм ММХ ветерандары ассоциацияһы рәйесе Дмитрий Полубояринов телмәр тотто. Ярыштар өс класта: алғы, артҡы һәм тулы приводта барҙы. Квалификациянан һуң тамашаға бай финалдар башланды. Моторҙар шауы, дрифт, ҡар саңы болоттары — күптәр ҡар брустверҙарына бәрелде, бығауланды, шыуғалаҡ тарссаға арҡылы боролоп баҫты. Кемдер ҡаялыр бәрелеп, ярым асыҡ капот менән сабыуын дауам итте. Ләкин бер кем дә дистанциянан төшмәне. Ярыштар кискә тиклем дауам итте. Бүләкләү тантанаһы булды.Әммә ҡатнашыусылар өсөн төп нәмә приздар түгел, ә адреналин ине. Тамашасылар иһә драйв алды.