Бәләкәй принцессаларҙың яҙғы балы үтте

Программа бай булды

Бәләкәй принцессаларҙың яҙғы балы үттеБәләкәй принцессаларҙың яҙғы балы үтте
Бәләкәй принцессаларҙың яҙғы балы үтте

3 мартта Яңауылда бәләкәй принцессаларҙың яҙғы балы үтте.

Ҡыҙҙарҙы фойела уҡ әкиәт  персонаждары сәләмләне. Артабан уларҙы бай программа – оҫталыҡ дәрестәре, матурлыҡ биләмәһе, тәмле зона, фотозоналар һәм байрам балы көтә ине.

Ҡыҙҙар теләһә ниндәй интерактив майҙансыҡта үҙҙәренә оҡшаған шөғөл һайлай ала алды. Улар ҡыҙыҡһынып төҫлө ҡағыҙҙан беләҙектәр бәйләргә өйрәнде, телефон өсөн стикерҙар, пластилиндан тылсымлы йәнлектәр, ҡағыҙҙан принцесса һарайы, һаҡлағыстар, ҡотлау открыткалары һ. б.эшләне. Матурлыҡ салондары вәкилдәре, аквагример – улар барыһы ла йәш принцессаларҙың күңелен кәрергә тырышты.

Сараның иң юғары нөктәһе, ул, әлбиттә, вальс бейеү булды.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас