Ҡурай
+28 °С
Облачно

Юғалған, әммә онотолмаған

Ағиҙелдең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында мөһим эш башланды — юҡҡа сыҡҡан Иҫке Ҡабан ауылының уникаль планы цифрлаштырыла.

Юғалған, әммә онотолмағанЮғалған, әммә онотолмаған
Юғалған, әммә онотолмаған

Быға тиклем ни бары 40 йыл элек кенә бында ысын тормош ҡайнаған: бесән еҫе аңҡыған, һыйырҙар мөңрәгән, балалар тауышы яңғыраған. Ағиҙел ҡалаһы бик йәш булһа ла, уның ере күп быуындар хәтерен һаҡлай.

Археологтар раҫлауынса, кешеләр бында бронза быуатында уҡ йәшәгән. Ә Иҫке Ҡабан ауылына 1632 йылда Гәрә улусы башҡорттары нигеҙ һалған. Быуаттар буйы бында мәсет, училище, тирмән эшләгән, балалар үҫкән — быуындар тарихы яҙылған.

80-се йылдарҙа Башҡортостан АЭС-ы төҙөлөшө барыһын да үҙгәрткән. Иҫке Ҡабан ситләтелгән зонаға эләккән, ә халҡы күсерелгән. Бөгөн иҫке урамдар урынында күп ҡатлы йорттар урынлашҡан. Әммә Ағиҙелдең беренсе башлығы Мулланур Ғилфанов инициативаһы менән юҡҡа сыҡҡан ауылдың ентекле планы төҙөлгән булған. Хәҙер инде ул план цифрлаштырыла.

Тиҙҙән музейҙа яңы интерактив ҡорамалдар барлыҡҡа киләсәк. Һәр килеүсе — мәктәп уҡыусыһымы, өлкән быуын вәкилеме — үҙ ата-бабаларының йорто ҡайҙа тороуын күрә аласаҡ.

— Балаларҙың тыуған төйәгенең тамырҙары тәрән икәнен белеүе мөһим, — тиҙәр музей хеҙмәткәрҙәре.

Шулай итеп, ауыл карталарҙан юғалһа ла, уның хәтере тоҡомдары өсөн цифрлы арауыҡта мәңгегә һаҡланасаҡ.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас