Ҡурай
+18 °С
Облачно

Краснокама районында 900дан ашыу трактор үзйөрөшлө техника бар

Краснокама районында Техник күҙәтеүҙең эш йомғаҡтары яһалды. Үҙйөрөшлө техника һаны артыуына ҡарамаҫтан, хужалар техник тикшереүгә яуаплыраҡ ҡарай башланы һәм дәүләт хеҙмәттәрен әүҙемерәк файҙалана. Баш инспектор Ринат  Мәҙешин оператив кәңәшмәлә ентекле отчет тәҡдим итте

Краснокама районында 900дан ашыу трактор үзйөрөшлө техника барКраснокама районында 900дан ашыу трактор үзйөрөшлө техника бар
Краснокама районында 900дан ашыу трактор үзйөрөшлө техника бар

Краснокама районында Техник күҙәтеүҙең эш йомғаҡтары яһалды. Үҙйөрөшлө техника һаны артыуына ҡарамаҫтан, хужалар техник тикшереүгә яуаплыраҡ ҡарай башланы һәм дәүләт хеҙмәттәрен әүҙемерәк файҙалана. Баш инспектор Ринат Мәҙешин оператив кәңәшмәлә ентекле отчет тәҡдим итте.

Цифрҙар һәм факттар
2026 йыл башына районда 922 берәмек техника һәм уға прицептар теркәлгән. Шуның 705-е — үҙйөрөшлө машиналар (тракторҙар, комбайндар, йөк тейәгестәр) һәм 217-һе — прицептар.

Хужаһы кем? Техниканың 66 проценты шәхси ҡулда, 19 проценты агросәнәғәт комплексына ҡарай, тағы 15 проценты — башҡа тармаҡ ойошмаларына.

2025 йылдағы әүҙемлек
Инспекторҙар 280 теркәү эше (иҫәпкә ҡуйыу, иҫәптән алыу, документтарҙың дубликатын биреү) үткәрҙе. 255 имтихан ҡабул ителде, 95 кеше тракторсы-машинист таныҡлығы алды.

Техник тикшереү: ышаныс кимәле үҫә
Техник тикшереү үтеү 94 процент тәшкил итте. Процедураны уңышлы үткән үҙйөрөшлө машиналар — 78 процент, прицептар — 80 процент. Агросәнәғәт секторында күрһәткестәр тағы ла юғарыраҡ: 186 берәмек техниканың 80 проценты техник тикшереү үткән.

Рейдтар һәм хәүефһеҙлек
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә 53 рейд үткәрелде, 244 берәмек техника тикшерелде. Боҙоуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн 30 иҫкәртеү яһалды. Айырыуса иғтибар шәхси секторға бүленде: райондың ауыл биләмәләрендә күсмә тикшереүҙәр ойошторолдо. Уларҙың һөҙөмтәләре буйынса эксплуатацияға 77 процент үҙйөрөшлө машина һәм 83 процент прицеп рөхсәт алды.

«Беҙ техник хәлде генә түгел, ә документтарҙың, аптечкаларҙың, ут һүндерегестәрҙең булыуын да тикшерҙек. Техниканы хәүефһеҙ файҙаланыу тураһында әңгәмәләр үткәрҙек», — тип аңлатты Ринат Фарис улы.

Онлайн хеҙмәттәр: ҡағыҙ сираттар үткәндә ҡала
Үткән йылда күрһәтелгән 299 дәүләт хеҙмәтенең барыһы ла Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы аша ғаризалар буйынса башҡарылды. Тракторҙы иҫәпкә ҡуйыу хәҙер дистанцион рәүештә мөмкин.

2026 йылға пландар
Ведомство профилактикаға өҫтөнлөк бирә. Техник тикшереү сроктары һәм техниканы хәүефһеҙ файҙаланыу тураһында мәғлүмәттәр хакимиәт сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә даими баҫылып тора.

Яҙ яҡын, тимәк, ҙур техника миҙгеле тиҙҙән асыла. Документтарҙы тикшереп, техник тикшереүҙән үтеү өсөн иң уңайлы ваҡыт.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас