Ҡурай
+22 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләр

Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙа ғәйетте мосолмандар һәм ҡунаҡтар түңәрәгендә ҡаршы алдылар. Байрам таңы бергәләп намаҙ уҡыу менән башланды, унан һуң мәсет имам-хатибы Айрат Шәйхетдинов вәғәз уҡып, Рамаҙан айының мәғәнәһе, рухи тәрбиәүә рәхимлелек тураһында һөйләне..

Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләрНиколо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләр
Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләр

Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙа ғәйетте мосолмандар һәм ҡунаҡтар түңәрәгендә ҡаршы алдылар. Байрам таңы бергәләп намаҙ уҡыу менән башланды, унан һуң мәсет имам-хатибы Айрат Шәйхетдинов вәғәз уҡып, Рамаҙан айының мәғәнәһе, рухи тәрбиәүә рәхимлелек тураһында һөйләне.

Райондағы ғәҙәт буйынса мосолмандарҙы изге Рамаҙан айы тамамланыу менән район хакимиәте башлығы Алексей Горбачёв, Троицк-Никольск ғибәҙәтханаһы настоятеле протоиерей Алексей Тихонов һәм район мариҙарының баш карты Виталий Искаков ҡотларға килделәр. Был осрашыу тағы бер тапҡыр районда тыныслыҡҡа, татыулыҡҡа ҡәҙер белгән кешеләр йәшәүен раҫланы. Байрам төрлө конфессия вәкилдәрен бер өҫтәл артында берләштерҙе.

Намаҙ уҡыу байрам сәй эсеү менән дауам итте. Ҡунаҡтар ҡотло көн шатлығын бүлеште, йылы, дуҫтарса мөхиттә аралашты. Кесе йәштәге мосолмандар өсөн уйындар һәм конкурстар ойошторолдо — балалар шатлығы байрамға айырыуса йәм өҫтәне.

Николо-Берёзовкала Ураҙа байрамы ихласлыҡтың, имандың һәм яҡыныңа хөрмәттең сик белмәүен тағы бер тапҡыр күрһәтте.

 
 
 
Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләр
Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләр
Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләр
Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләр
Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләр
Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләр
Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙаны нисек байрам иттеләр
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас