

Николо-Берёзовка мәсетендә Ураҙа байрамына арналған байрам намаҙы үтте. Сарала район хакимиәте башлығы Алексей Горбачёв, Троицко-Никольск ғибәҙәтханаһы настоятеле протоиерей Алексей Тихонов һәм райондың баш ҡарты Виталий Искаков ҡатнашты.
Район башлығы мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, ҡатмарлы осорҙа берҙәмлек һәм традицияларҙы һаҡлау мөһимлеген билдәләне. Ул халыҡтар араһында тыныслыҡ һәм дуҫлыҡты ҡәҙерләргә саҡырҙы.
Намаҙҙан һуң ҡатнашыусыларҙы сәй эсергә саҡырдылар. Унда тағы ла доғалар уҡылды. Һәм дә донъяуи мәсьәләләр тикшерелҙе. Төп тема — ауылда пристань төҙөкләндереү. Николо-Берёзовка һуңғы 30 йылда тәүге тапҡыр Федераль йылға юлына индерелде. Был ауылдың тарихи үҙәге янында туризм һәм караптар йөрөшөн үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.
Дин әһелдәре район етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе, бигрәк ты федераль конкурста яулаған грант аҡсаһына мәсеттә капиталь ремонт үткәреү оло эш булды. Ул Аллаһ йортон төҙөкләндерергә, матурларға, йылытырға мөмкинлек бирҙе.