Ҡурай
+18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙелдә 5-се балалар баҡсаһы модернизациялана

«Ғаилә» милли проекты сиктәрендә Ағиҙелдең 5-се балалар баҡсаһы яңыртыу үҙәктәренең береһенә әйләнде. Бында «Ғаиләгә ярҙам итеү» төбәк проекты буйынса ремонт башҡарыла.

Ағиҙелдә 5-се балалар баҡсаһы модернизациялана
Ағиҙелдә 5-се балалар баҡсаһы модернизациялана

Әле төҙөүселәр санитар узелдарҙы һүтеүҙе тамамлаған. Был — яңыртыуҙың тәүге, ләкин бик мөһим этабы. Ҡала хакимиәтенең күсмә кәңәшмәһендә алдағы эштәрҙең ваҡытына һәм сифатына айырыуса иғтибар йүнәлтелде.

Ремонт бары тик косметик үҙгәрештәр генә түгел. Ул баҡсаны заманса уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирергә әҙерләй. Төп биналарҙағы эштәр тамамланғас, балаларҙың үҫеше һәм ялы өсөн яңы мөмкинлектәр тыуасаҡ.

Ҡала башлығы Денис Ирназаров: "Подрядсы менән даими осрашып, ремонтты ентекле күҙәтербеҙ. Беҙҙең төп маҡсат — яңы уҡыу йылы башланыуға заманса, уңайлы һәм хәүефһеҙ балалар баҡсаһын асыу", - тине. 

Автор: Ирина Вильданова
Читайте нас