+18 °С
Болотло
Мәхәллә кешеләре фитыр саҙаҡаһын тапшырҙы. Ойошмала хәбәр итеүҙәренсә, теүәл 20 мең һум йыйылды — был аҡса киләһе байрамдарҙы ойоштороуға йүнәлтеләсәк. Өҫтәлде ағиҙелдәр әҙерләгән тәм-томдар һәм емеш-еләк биҙәне. Сәй табынынан һуң, үҙҙәре килә алмағандарға ризыҡ өләшенде.
— Үҙәгебеҙгә ярҙам иткән һәр кемгә ҙур рәхмәт. Һеҙҙең изге йөрәктәрегеҙ ҡалабыҙҙы барыбыҙ өсөн дә изгерәк һәм уңайлыраҡ итә, — тине ойошма рәйесе Гүзәлиә Шуарова.
«Беҙ бергә» төбәк йәмәғәт ойошмаһында белдереүҙәренсә, үҙәктең ишектәре Ағиҙел халҡы өсөн һәр ваҡыт асыҡ.