Ҡурай
+18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

«Йәшәргә ваҡыт» проектында ҡатнашыусылар фронтҡа ярҙам итә

Улар беләҙектәр, шәмдәр эшләй, маска селтәрҙәре үрә

«Йәшәргә ваҡыт» проектында ҡатнашыусылар фронтҡа ярҙам итә
«Йәшәргә ваҡыт» проектында ҡатнашыусылар фронтҡа ярҙам итә

 Инде бер айҙан ашыу, хатта ял көндәрендә лә, Яңауыл  үҙәк район китапханаһына ҡатын-ҡыҙҙар ағыла. Улар Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында район ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан тормошҡа ашырылған «Йәшәргә ваҡыт» ("Время жить") проектында ҡатнашыусылар - көн һайын «Үҙ ҡулдары менән» дәрестәре сиктәрендә изге эштәр менән мәшгүл. Һәм был бассейн, йога, һауыҡтырыу гимнастикаһы, агитбригадалар составында ауылдарға сәйәхәт, башҡа бик күп эшмәкәрлеккә ҡарамаҫтан.

Бер көндө беҙ улар янында булдыҡ.  Эш һүҙҙең тура мәғәнәһендә ҡайнай: оҫталар ҡырҡа, бәйләй, үрә…

"19 февралдән проект сиктәрендә фронтҡа ярҙам итеү менән мәшғүлбеҙ. Был ваҡыт эсендә йөҙҙән ашыу беләҙек, окоп шәмдәре эшләнек. Һәм бына һигеҙенсе маскировка селтәрен бәйләйбеҙ. Улар беҙҙә ун биш буласаҡ. Еңеүҙе бер аҙ булһа ла яҡынайтырға тырышабыҙ», - тип хәбәр итте ҡатын-ҡыҙҙар.

Әйткәндәй, уларға ир-аттар ҙа ярҙам итә.

Изге эшкә геройҙарҙың әсәйҙәре лә ҡушылған. "Унда, һуғыш яланында, беҙҙе яҡлаған һалдатҡа ярҙам итеү бик мөһим, - ти 2023 йылдың ноябрендә һәләк булған офицер, гвардия капитаны Руслан Мәғсүмовтың әсәһе Резида Мәғсүмова. - Ҡатын-ҡыҙҙар советы активистарына рәхмәтлемен».

Илһөйәр Проскурякова, проект етәксеһе:

- Ғаиләле парҙар, ҡайһы берҙә хатта ейәндәре менән киләләр. Материалдар етерлек, Улар Башҡортостан башлығы гранттары Фонды средстволары иҫәбенә һатып алынған. Эш дауам итә. Ошо эшкә  ҡатнашҡан һәр кем менән ғорурланам һәм һоҡланам.

Был  план үтәлгәндән һуң да фронтҡа ярҙам итәсәкбеҙ. Еңеүгә тиклем.

Автор: Раушания Гарифуллина
Читайте нас