Кисә, 30 мартта, Яңауылда балалар сәнғәт мәктәбе һәм 1-се мәктәп базаһында уҡытыусы-новатор, мәктәп директоры, йәмәғәт эшмәкәре, Яңауыл ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре иҫтәлегенә арналған II «Рухи һәм физик сәләмәтлек-шәхес үҫешенең нигеҙе» педагогик уҡыуҙар үтте. Был мәртәбәле сараға Мәскәү, Өфө, Нефтекама, Ағиҙел, тирә-яҡ райондарҙан, Ҡазандан һәм башҡа тарафтарҙан фән эшмәкәрҙәре, уҡытыҡсылар йыйылды.
Педагогик уҡыуҙарҙа ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гәүһәр Миндиярова һәм педагогия фәндәре докторы, Өфө фән һәм технологиялар университетының педагогика кафедраһы профессоры, Рәсәй мәғариф академияһының ағза-корреспонденты Әлфис Ғаязов сәләмләне.