

Турнирының хәл иткес, һуңғы, етенсе турында ағиҙелдәр ауыр хәлдә ҡала: беренсе матчта еңелә, һәм еңеү өсөн турҙы 3:1 иҫәбе менән ябырға кәрәк була. Психологик баҫымға ҡарамаҫтан, йәш шахматсылар һынмай, характер күрһәтә, дәғүәсеһен ҡыйрата һәм беренсе урынды биләй. Көмөш миҙалды Красноусол командаһына, ә бронзаны Благовещен командаһына ҡалдыра.
Был еңеү тренер Светлана Ғата ҡыҙы Яхинаның стратегияһы һәм Эльвира Мирзазанованың мораль ярҙамы арҡаһында мөмкин була. Балаларҙың ата-әсәләре уларҙы ысын чемпиондар тип атай һәм Сочиҙа бөтә Рәсәй этабында уңышҡа ышана.