Ғилми-тикшеренеү эше республикала иң яҡшыларҙың береһе тип танылды

Ул "Тамырҙарҙан йондоҙҙарға тиклем: Рәсәй Геройы Станислав Большаков нәҫеле" тип атала

Ғилми-тикшеренеү эше республикала иң яҡшыларҙың береһе тип танылдыҒилми-тикшеренеү эше республикала иң яҡшыларҙың береһе тип танылды
Ғилми-тикшеренеү эше республикала иң яҡшыларҙың береһе тип танылды

«Башҡортостан - геройҙар иле» темаһына «Минең шәжәрәм" IX асыҡ республика ғилми – тикшеренеү эштәре конкурсы тамамланды. Конкурс төрлө йәш категорияларында уҙғарылды. Йәш тарихсы-генеалогтар араһында ижади бәйге «Ата – бабаларым Ватанды һаҡлауҙа», «Ватандаштарым – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар», «Башҡортостан - геройҙар иле» номинациялары буйынса ойошторолдо.

Мифтәхетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт  дәүләт педагогия инсститутының 4-се курс студенты, Яңауыл ҡыҙы  Эльвина Большакованың «Тамырҙарҙан йондоҙҙарға тиклем: Рәсәй Геройы Станислав Большаков нәҫеле» исемле эше «Ватандаштарым – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар» номинацияһында беренсе урынды яуланы. Фәнни етәксеһе - республикала билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе  Светлана Фәнил ҡыҙы Хашимова.

Башҡортостан  архив эштәре буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тантаналы сара апрель аҙағында үтәсәк.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас