

Проект буйынса мәктәп ҡала әҙәби фестивален үткәрергә ниәтләй. Маҡсат — балаларға китап уҡыуға һөйөүҙе ҡайтарыу. Был идея директор кабинетында тыумай, ә борсолоу арҡаһында барлыҡҡа килә. Элгәре ата-әсәләр араһында һорау алыу үткәрелә, уның һөҙөмтәләре уҡытыусыларҙы түңәрәк өҫтәл артына ултырырға мәжбүр итә.
Мәктәп директоры Лилиә Шашкина былай тип бүлешә:
— Беҙ проблеманы күрҙек: китап гаджеттарға отола. Балалар йә экран буйлап, йә мәктәп программаһы сиктәрендә генә, әллә ни ҡыҙыҡһынмай уҡый. Шуға күрә «тетрәнеү» кәрәк, тип ҡарар иттек. Китап уҡыу ысын мәғәнәһендә ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Бала китапты «кәрәк» тип түгел, ә «айырыла алмайым» тип алырға тейеш.
Ошо уйҙан «Перезагрузка 2.0» проекты тыуа. Проект 2-се кластан 9-сы класҡа тиклемге уҡыусыларға иҫәпләнгән. Төп ваҡиға — ҡала әҙәби фестивале. Фестваль йәштәр хәрәкәте рухында үтәсәк. Ойоштороусылар классик әҙәби ҡиммәттәрҙе заманса цифрлы трендтар менән берләштерергә вәғәҙә итә.
Әйткәндәй, 2-се мәктәп проекты — Башҡортостанда берҙән-бер уңышлы проект түгел. Беҙҙең республика грант конкурсында еңеүҙәр һаны буйынса абсолют лидер булды: финанслауҙа 48 ғариза еңеү яуланы. Был Мәскәүҙән (30 ғариза) һәм Санкт-Петербургтан (22 ғариза) күберәк.
Дөйөм алғанда, конкурста Рәсәйҙең 76 төбәгенән 496 проект еңеүсе тип танылды. Был йылда «Беренселәр хәрәкәте» конкурсын финанслауҙың дөйөм күләме — 1,4 миллиард һум. Аҡса «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә йәштәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелә. Йыл аҙағына тиклем грант проекттары саралары бөтә Рәсәй буйынса миллиондан ашыу кешене солғап аласаҡ.