

Аҙна дауамында мобиль медицина комплексы Тәтешле районы халҡына махсуслаштырылған ярҙам күрһәтте. Был осорҙа медицина хеҙмәткәрҙәре диагностика йүнәлештәренең киң спектрын үҙ эсенә алған 1413 тикшеренеү үткәрҙе.
Махсус хәрби операция яугирҙәре ғаиләләренә айырыуса иғтибар бүленде, унда 15 өлкән кеше һәм 3 бала тикшереү үтте.
Тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса тикшерелгәндәрҙең һаулыҡ торошонда бер нисә тайпылыш асыҡланған. Атап әйткәндә, тән ауырлығы индексы тайпылыштары 115 осраҡта, ҡандағы глюкоза кимәленең юғары булыуы 20 осраҡта, ҡандағы холестерин кимәленең артыуы 29 осраҡта, ә электрокардиограммалағы үҙгәрештәр 21 осраҡта теркәлгән. Мобиль комплекс эше сиктәрендә 145 маммографик һәм 242 флюорографик тикшереү үткәрелгән, улар ауырыуҙарҙы иртә асыҡлауға йүнәлтелгән.
«Сәләмәтлек поезы» эше йомғаҡтары буйынса тәүге тапҡыр ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары (20 осраҡ), нервы системаһы ауырыуҙары (15 осраҡ), гинекологик ауырыуҙар (20 осраҡ), аш һеңдереү системаһы ауырыуҙары (7 осраҡ), тын алыу ағзалары ауырыуҙары (4 осраҡ) һәм шәкәр диабеты (8 осраҡ) асыҡланды. Тәүге диагноз ҡуйылған һәр пациентҡа артабанғы күҙәтеү һәм дауалауҙың индивидуаль планы эшләнде.