Ҡурай
+10 °С
Облачно

Краснокама районы делегацияһы Бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнашты

Краснокама районы делегацияһы Мәскәүдә III Бөтә Рәсәй «КЕСЕ ВАТАН – РӘСӘЙҘЕҢ КӨСӨ» муниципаль форумында ҡатнашты. Президент Владимир Путин ҡатнашлығында үткән был масштаблы сара Калининградтан Камчаткаға тиклем 89 төбәктән 7 меңгә яҡын муниципаль идара вәкилдәрен йыйҙы.

Краснокама районы делегацияһы Бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнаштыКраснокама районы делегацияһы Бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнашты
Краснокама районы делегацияһы Бөтә Рәсәй муниципаль форумында ҡатнашты

Краснокама районы делегацияһы Мәскәүдә III Бөтә Рәсәй «КЕСЕ ВАТАН – РӘСӘЙҘЕҢ КӨСӨ» муниципаль форумында ҡатнашты. Президент Владимир Путин ҡатнашлығында үткән был масштаблы сара Калининградтан Камчаткаға тиклем 89 төбәктән 7 меңгә яҡын муниципаль идара вәкилдәрен йыйҙы, шулар арһында - краснокамалар.

Болар:

  • Алексей Горбачёв (район хәкимиәте башлығы)
  • Эльвира Гилязетдинова (Шушнур ауыл биләмәһе)

  • Вилена Шакиева (Музәк ауыл биләмәһе)

  • Илшат Башаров (Яңы Ҡабан ауыл биләмәһе)

  • Илфас Исламов (Яңы Нуғай ауыл биләмәһе)

  • Илүс Хайбрахманов (Курый ауыл биләмәһе)

Форум сиктәрендә дәүләт башлығы ҡушыуы буйынса булдырылған өсөнсө муниципаль премия «Хеҙмәт» («Служение») тапшырылды. Лауреаттар араһында күп төбәктәр, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре лә бар: Өфөнән йәш шағирә Полина Дудко һәм уның остазы Валентина Урлапова «Киләсәк быуындарға бөйөк мираҫ» номинацияһында еңеүсе булды.

Ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт иткәндә Владимир Путин былай тип белдерҙе: «Муниципаль идаралыҡҡа бәйле бөтә нәмә ил өсөн айырым әһәмиәткә эйә, сөнки был халыҡ менән туранан-тура бәйләнеш, иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү».Президент тарихи биләмәләрҙә һәм сик буйы төбәктәрендә эшләүсе командаларҙың батырлығын айырым билдәләп, өҫтәп ҡуйҙы: «Беҙҙең барыбыҙ ҙа илдең суверенитеты һәм хәүефһеҙлеген нығытыу өсөн эшләйбеҙ».

«Кесе Ватан – Рәсәйҙең көсө» форумы тағы бер ҡат иҫбатланы: беҙҙең ауыл башлыҡтары — бары тик етәкселәр генә түгел, ә дәүләт сәйәсәтенең төп звеноһы. Ошо диалогтың үҙәгендә Краснокама районы булды.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас