

23 апрелдә Яңауылда Советтар Союзы Геройы И.Л. Нәсибуллин исемендәге 4-се мәктәптә «Урал батыр» XXVIII төбәк-ара йәш сәсәндәр һәм эпик хикәйә башҡарыусылар конкурсының зона этабы үтте. Сарала Яңауыл, Балтас, Борай, Дүртөйлө, Краснокама, Мишкә, Илеш райондары, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты.
Ҡунаҡтарға, жюри ағзаларына һәм конкурста ҡатнашыусыларға мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Надежда Шәрәфисламова Һәм Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәрит Шәрәфетдинов сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
Баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар - Башҡортостандың Мәғариф Министрлығы вәкиле Миләүшә Хәбирова һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының филология фәндәре докторы жюри рәйесе Нәркәс Хөббетдинова .
уңыштар, ижади илһам, еңеүгә ышаныс теләне.
Сығыш яһаусылар башҡорт әҙәбиәте ҡомартҡыһы тип һаналған «Урал батыр» эпосының әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул 4 576 шиғри һәм 19 проза юлдарынан тора. Эпос оҙаҡ ваҡыт сәсәндәр тарафынан телдән тапшырылакилә, 1910 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов уны ике сәсән-- ҡурайсы Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып ала.
Эпоста Урал батырҙың батырлыҡтары, уның яуызлыҡ менән көрәше тураһында бәйән ителә.
Был юлдарҙы йәш сәсәндәр - мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре һәм уҡыусылар - сәхнәнән һөйләне, ҡайһы бер балалар традицион музыка ҡоралдарында: ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнап, тыңлаусыларҙы боронғо эпос атмосфераһына сумдырҙы.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ, тамашасылар һәр сығышты алҡышлап ҡабул итте.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы 2025 йылдың 31 майында йыл һайын 8 июндә «Урал батыр» эпосы көнөн байрам итеүҙе билдәләгән указға ҡул ҡуйҙы. Төбәк-ара конкурстың йомғаҡлау этабы шулай уҡ июндә үтәсәк. Быйыл ошо хөрмәткә борайҙар лайыҡ булды.
«Яңауыл ерендә сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү һәм үҫтереү, уны өйрәнеү һәм популярлаштырыу маҡсатында ойошторолған иҫ киткес сара үтте. Был бәйге башҡорт халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүе менән дә ҡиммәтле. Конкурс республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышы балалары араһында сағыу таланттарҙы асыҡланы. Бындай саралар мөһим һәм кәрәк, улар мәҙәни мираҫты өйрәнеүгә илһам бирә.
Бөтә сығыштар ҙа сағыу тәьҫораттар ҡалдыра. Балалар ҙур өҙөктәр өйрәнгән, ә сәсәндәрҙең береһе 2300 юл ятлаған!», - тине конкурс аҙағында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының аҡһаҡалдар советы ағзаһы Рафаил Яхин.