Ҡурай
+14 °С
Ясно

Командирҙар талапсан булды

Унынсы класс уҡыусылары «Патриот» паркында булып ҡайтты

Командирҙар талапсан булдыКомандирҙар талапсан булды
Командирҙар талапсан булды

Башҡортостандың Шишмә районында урынлашҡан Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында биш көнлөк уҡыу йыйынында  Яңауыл мәктәптәренең 67 унынсы класс уҡыусыһы ҡатнашты. Бында улар башҡа район-ҡалаларҙан килгән тиҫтерҙәре менән бергә сыҙамлыҡҡа интенсив күнекмәләр үтте, тактик һәм хәрби әҙерлекте өйрәнде. Беренсе ярҙам күрһәтеү, инженерлыҡ эше, радиация, химик һәм биологик һаҡлау, шулай уҡ дөйөм хәрби уставты өйрәнеүгә айырыуса иғтибар бүленде. Бөтә дәрестәрҙе профессиональ инструкторҙар үткәрҙе..

Инзар Вәхитов:

- Был минең өсөн файҙалы тәжрибә булды, ул үҙемде һынап ҡарарға ярҙам итте. Ҡайһы берҙә еңелдән булманы. Аҙаҡта мин  иң яҡшы гвардиясы исемен алдым. Был минең өсөн мөһим ҡаҙаныш һәм артабанғы үҫеш һәм үҙ өҫтөндә эшләү өсөн мотивация булды.

Әмир Ситдиҡов:

- Бындай саралар  тәү сиратта сыҙамлыҡ тәрбиәләй, ихтыяр көсөн нығыта. Ә иң мөһиме -  үҙ мөмкинлектәребеҙҙең яңы яҡтарын асты. Әйткәндәй, унда тәмле туҡландыралар, шуға күрә энергия бөтә көнгә етә. Командирҙар талапсан, был да яҡшы.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас