+9 °С
Ямғыр


20 майҙа Өфөлә «Республика ҡаҙанышы» республика һәләтле балалар форумы үтте.
Республиканы үҙенең уңыштары менән данлаған йәш таланттар был көндөң төп геройҙары булды. Улар араһында Яңауылдың 1-се мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы химия буйынса Бөтә уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призеры Руслан Сафиев бар инее. Сараға шулай уҡ уның остаздары Надежда Ғиләжева һәм Эльвира Ғәлинурова саҡырылды.