Ҡурай
+17 °С
Облачно

Нефтекамала ҙур янғын: 84 кеше, шул иҫәптән 12 бала эвакуацияланды

Нефтекамала ҙур янғын: 84 кеше, шул иҫәптән 12 бала эвакуацияландыНефтекамала ҙур янғын: 84 кеше, шул иҫәптән 12 бала эвакуацияланды
Нефтекамала ҙур янғын: 84 кеше, шул иҫәптән 12 бала эвакуацияланды

Нефтекамала 5 июндә көндөҙ Кувыкин урамы, 3-сө йорт адресы буйынса күп фатирлы йортта ҙур янғын сыҡты. Янғын бина ҡыйығынан башланып, ашығыс хеҙмәттәр килгәнсе ут яҡынса ике мең квадрат метр майҙанды ялмап алған.

Ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр Берҙәм дежур-диспетчерлыҡ хеҙмәтенә (ЕДДС) 12:36 сәғәттә килгән. Янғынды һүндереүгә ҙур көстәр йәлеп ителгән: яҡынса 50 кеше һәм 17 берәмек техника. Ҡотҡарыусыларҙың берҙәм эш итеүе арҡаһында 15 кеше (шул иҫәптән биш бала) ҡотҡарылған, ә дөйөм алғанда 69 кеше, улар араһында ете бала, эвакуацияланған.

Эвакуацияны Халыҡты граждандар яҡлау идаралығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ярҙамында ойошторғандар. Айырыуса аҙ хәрәкәтле граждандарға иғтибар бирелгән: тикшереү барышында урындан тора алмаған ауырыуҙар һәм инвалидтар ваҡытында сығарылған. Янғынды һүндергән саҡта өҫкө ҡаттарҙы һыу баҫҡан, шуға күрә эвакуацияланғандарға ваҡытлыса урынлашыу пунктына (Нефтекамск күп профилле колледжы базаһында) урынлашырға тәҡдим ителгән.

«Нефтекаманың Халыҡты граждандар яҡлау идаралығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бүлексәләре һәм ирекмәндәр көсө менән эвакуация ойошторолдо... Янғынды һүндергән саҡта өҫкө ҡаттарҙы һыу баҫты, шуға күрә фатир хужаларына ваҡытлыса урынлашыу пунктына урынлашырға тәҡдим ителде», — тип хәбәр итте ҡала Халыҡты граждандар яҡлау идаралығы начальнигы Рөстәм Мамалимов.

Янғын тураһындағы хәбәр тиҙ арала бөтә ҡала буйлап таралған. Туғандары фатирҙарының хәлен белергә тип йортҡа ашыҡҡан. Урында хакимиәт вәкилдәре, ашығыс хеҙмәттәр һәм «Октава» ирекмәндәр отряды эшләне. Барлыҡ мохтаждарға психологик ярҙам күрһәтелде. Киске сәғәт 8-гә ваҡытлыса урынлашыу пунктына ярҙам һорап алты кеше, шул иҫәптән өс бала, мөрәжәғәт иткән.

Нефтекамскиҙың хакимиәт башлығы Илдар Вәлидов ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын үткәрҙе. Был ваҡытта ҡыйыҡтағы асыҡ ут тулыһынса һүндерелгәйне. Хәүефһеҙлек өсөн бинала электр уты, газ һәм ҡайнар һыу бирелеү туҡтатылған. Биләмәне хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре патрулдә тота.

Яҡын арала белгестәр бинаның таянғыс конструкцияларын һәм вентиляция каналдарын тикшерәсәк. Зыян күреүселәргә матди зыянды баһалау һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә ярҙам күрһәтеү буйынса эш ойоштороласаҡ.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас