Ҡурай
+17 °С
Облачно

Яңауылда һабан байрамы гөрләп уҙҙы

Уҙған шәмбелә районда һабантуй үтте

Яңауылда  һабан байрамы гөрләп уҙҙыЯңауылда  һабан байрамы гөрләп уҙҙы
Яңауылда һабан байрамы гөрләп уҙҙы

Һабантуй -  уңған һәм егәрле эшсәндәрҙең тырыш хеҙмәтен данлау, башҡаларға халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығын күрһәтеү, милли ризыҡтарыбыҙ менән килгән ҡунаҡтарҙы һыйлау, уларҙы үҙ ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ һәм йолаларыбыҙ менән таныштырыу байрамы ул. Быуаттар төпкөлөнән килгән, кешеләрҙе бер майҙанға туплаған матур сара кешеләрҙе яҡындары, дуҫтары, таныштары менән берләштерә, күңелле осрашыуҙар бүләк итә.

Ошондай байрамдарҙың береһе уҙған шәмбелә Яңауылда ла үтте.

Район халҡы, ҡунаҡтар спорт ярыштарында, төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ихлас ҡатнашты, тамаша ҡылды. Һабантуйҙы матур һәм бай биҙәлгән тирмәләр, милли йолалар, йыр-моңдар, күргәҙмәләр биҙәне.

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас