

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының һайлап алыу этабы йомғаҡтары буйынса Нефтекама халҡы тәҡдим иткән 24 проект хупланды. Был уңыш — ҡала халҡының юғары әүҙемлеге һәм берҙәм эшләүенең туранан-тура һөҙөмтәһе. Улар конкурс балдары иҫәбе буйынса иң юғары күрһәткесте яуланы.
Конкурста еңеү өсөн инициативалы төркөмдәргә ҙур эш башҡарырға тура килде: кәрәкле документтарҙы дөрөҫ тултырыу һәм торлаҡ милекселәре йыйылышын үткәреү генә түгел, ә дөйөм маҡсатҡа өлгәшеүгә ныҡлы ниәтен дәлилләү мөһим булды.
Хупланған ғаризаларҙың күпселеге транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. 24 проекттың 22-һе — ҡаланың шәхси секторында юлдар төҙөү. Бынан тыш, аҡсалар йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүгә лә бүленәсәк:
Барлыҡ хупланған башланғыстарҙың дөйөм хаҡы 40 миллион һумдан ашыу. Финанслау сығанаҡтары түбәндәгесә: