

Ағиҙел халҡы оҙаҡ көткән үҙгәрештәргә ҡыуаныс белдерә: Академик Курчатов урамы боролошонда мөһим участкала ремонттың беренсе этабы старт алды.
Эштәр Башҡортостан юлдарын ремонтлау республика программаһы сиктәрендә алып барыла. Проекттың дөйөм бюджеты 35 миллион һум тәшкил итә, әммә әлеге этапта 10 миллион һум аҡса үҙләштерелә.
Был аҡсаға юлсылар 200 метр юл полотноһын тулыһынса яңыртасаҡ. Эш этаплап алып барыла: әлеге мәлдә бригада бордюр таштарын алмаштыра, артабан яңы асфальт түшәләсәк. Яңыртылған юлдың киңлеге 11 метр буласаҡ.
Подрядсыһы булып ҡала халҡына яҡшы таныш, бында оҙаҡ йылдар эшләүсе тәжрибәле «Танып» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сығыш яһай. Объектта әлеге ваҡытта 16 кеше хеҙмәт һала, самосвалдар һәм тейәгестәр әүҙем йәлеп ителгән. Ағиҙел халҡы бик тиҙҙән яңыртылған юлдың юғары сифатын баһалай аласаҡ.