

«Берҙәм Рәсәй» яҡлылар медицина учреждениеларында дауаланған балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы» йыллыҡ хәйриә акцияһын башлап ебәрҙе. Акцияла теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бүләк һатып алып, уны махсус йыйыу пункттарының береһенә килтерергә кәрәк.
Махсус йәшниккә заводтағыса төргәктәге яңы уйынсыҡтар (йомшаҡ, тиҙ һыныусан һәм осло әйберҙәрҙән тыш), китаптар, ижад өсөн йыйылмалар, канцелярия тауарҙары, конструкторҙар, шулай уҡ өҫтәл һәм үҫтереүсе уйындар һалырға мөмкин. Өҫтөнлөк — илдә етештерелгән тауарҙарға бирелә. Йыйылған бүләктәрҙе волонтерҙар бөтә ил буйлап балалар дауаханаларына тапшырасаҡ.
«Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы» — ул процедура алдынан бала үҙенә бүләк итеп уйынсыҡты ала торған йәшник. Был уларға ҡурҡыуҙы еңергә һәм ярҙамды тойорға ярҙам итә. Ә процедураларҙан һуң кескәй пациенттарға күңелле байрам ойошторола. Табиптар фекеренсә, ыңғай эмоциялар һауығыуға булышлыҡ итә», — тине Нефтекама ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Александр Носков.
Изге эштә барыһын да ҡатнашырға саҡырабыҙ. Акция 2026 йылдың 6 июлендә тамамланасаҡ. Был көндө ҡала дауаханаларына бүләктәр тапшырыласаҡ.