Ҡурай
+17 °С
Облачно

Президент спорт уйындарында еңделәр

Төбәк этабында

Президент спорт уйындарында еңделәрПрезидент спорт уйындарында еңделәр
Президент спорт уйындарында еңделәр

Яңауыл бер нисә көнгә спортты популярлаштырыуға, һәләтле атлеттарҙы асыҡлауға һәм йәштәрҙе олимпия идеалдарына һәм ҡиммәттәренә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән күләмле йыллыҡ ваҡиғаның үҙәгенә әүерелде. Беҙҙең ҡалала уҡыусыларҙың «Президент спорт уйындары» Бөтә Рәсәй спорт уйындарының төбәк этабы үтте.

Был сараны асыу тантанаһы 10 июндә Яңауыл коррекция мәктәп мәктәбе базаһында уҙҙы. Беҙгә Стәрлетамаҡтан, Бүздәк, Краснокама райондарынан йәш спортсылар килде. Һәр командала – ун ике кеше: алты малай һәм алты ҡыҙ.

Спорт ярыштарында ҡатнашыусыларҙы Яңауыл район хакимиәте башлығының урынбаҫары Гәүһәр Миндейәрова сәләмләне, барлыҡ командаларға ла уңыштар теләне.

Яңауыл районы мәғариф бүлеге начальнигы Эльвира Шәйехова һүҙҙәре буйынса, бындай мәртәбәле сарала ҡатнышыусыларҙың һәр береһе оло маҡтауға лайыҡлы.

Президент спорт уйындары программаһы спорттың иң күркәм төрө еңел атлетика буйынса ярыштар менән башланып китте. Ике көн эсендә дүрт команда баскетбол, өҫтәл теннисы, волейбол, футбол ярыштарында ҡатнашты. Көс һынашыу ике локацияла барҙы – коррекция мәктәбе территорияһында һәм спорт мәктәбендә.

Ярыш һөҙөмтәләре 11 июндә билдәле булды.

Беренсе урынды яңауылдар яуланы, икенсе урында  Стәрлетамаҡ командаһы, Бүздәк районынан йәш спортсылар өсөнсө булды.

Төбәк этабында еңеүсе команда 9-29 сентябрҙә Краснодар крайының «Смена» балалар үҙәгендә үтәсәк «Президент спорт уйындары» Бөтә Рәсәй уҡыусылар спорт уйындарында ҡатнаша. Йәғни Яңауыл ҡалаһының Ирек Мөҡсинов исемендәге гимназия уҡыусылары – шайморатовсылар  Башҡортостандың данын яҡлаясаҡ.

Еңеүселәр Рәсәй Федерацияһы Президенты кубогы менән бүләкләнәсәк.

 

Автор:Раушания Гарифуллина
Читайте нас