

Башта улар ҡала пляжына сыҡтылар. Унда клуб етәксеһе Владимир Порсев зарядка үткәрҙе, урманда һәм оҙон юлда үҙ-үҙеңде тотош ҡағиҙәләрен аңлатты. Аҙаҡ төркөм ҡарағайлыҡҡа күтәрелде, унда айыу һәм болан фигуралары янында фотоға төштөләр.
Походтың ҡунағы — Ҡоролтай депутаты, шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Михайловна Тансыҡҡужина булды. Ул клуб ағзалары менән аралашты, ҡыҙыҡлы яңылыҡтар менән уртаҡлашты.
Артабан «Һаулыҡ һуҡмағы» буйлап ҡарағайлыҡ аша үтеп, иҫке пристангә сыҡтылар. Ир-егеттәр СВО зонаһына ебәреү өсөн мунса һеперткеләре әҙерләне — был сара ла көн тәртибенә индерелгәйне. Походтан һуң оҙон өҫтәл артында сәй эстеләр. Ял иттеләр, ҡояшҡа ҡыҙындылар.
Поход бары тик спорт сараһы ғына түгел — ул йөрәктән сыҡҡан йылы аралашыу, күңелле әңгәмәләр, халыҡ йолаларына һөйөү һәм саф ҡунаҡсыллыҡ менән һуғарылған тормош байрамы булды. Ә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө ҡаршыһында олоно-йәште ҡушҡан бындай берҙәмлек айырыуса ныҡлы мәғәнәгә эйә булды.