

Ул аңлатҡанса, хеҙмәт иткән ерҙәрендә ҡайын ағасы үҫмәй, ә поход мунсаһында ҡайын һеперткеһе менән пар алыу — ябай ғына күренһә лә, ысын һалдат бәхете. Ул бәхет көн һайын булмай.
Ошо һүҙҙәр Ағиҙел ирекмәндәренең күңеленә ҡаҡты.
«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!» Махсәс хәрби операциялаға ярҙам күрһәтеү үҙәгенең волонтерҙары яугирҙарҙың теләктәрен ентекләп өйрәнә һәм хатта көнкүреш үтенестәрен дә үтәргә тырыша. Ошондай йүнәлештәрҙең береһе — мунса һеперткеләрен әҙерләү. Был эште улар даими, яуаплылыҡ менән, ә иң мөһиме — күңел йылыһын һалып башҡара.
Бөгөн иң яуаплы мәл — һепертке әҙерләү осоро. Япраҡтар йәш, һутлы һәм ныҡлы булырға тейеш. Ҡыҫҡа ғына был миҙгелде юғалтырға ярамай — ирекмәндәр шуны белә. Һуңғы аҙнала улар 200-гә яҡын һепертке әҙерләгән. Хәҙер улар киптерелә, ә яҡын арала гуманитар колонналар менән алғы һыҙыҡҡа юлланасаҡ — партия-партия, өлөшләп яугирҙарға тапшырырға.
Был эштең артында айырым кешеләр тора. Башлыса улар — пенсионерҙар, һәр саҡ саҡырыуға яуап биреүселәр, эшкә аҡыллы, тәжрибәле ҡараусылар. Штаб етәксеһе Әлфиә Грифленкова әйтеүенсә:
«Уларҙың тормош тәжрибәһе — һәр эштә оло ярҙам. Һеперткеләр әҙерләү ҙә — инә күҙе, оҫта ҡулдар һәм, иң мөһиме, үҙ балаларыбыҙға был ярҙамдың кәрәклеген тәрән аңлау талап итә».