+19 °С
Ясно


Яңауыл районының Вояҙы ауылында «Рәсәй Һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә өмә үтте. Урындағы халыҡ шишмәләрҙең береһен тәртипкә килтерҙе.
Был ҙур башланғыс бөтә ил буйынса меңәрләгән кешене берләштерә, улар йылға, күл, диңгеҙ һәм башҡа һыу ятҡылыҡтары ярҙарын таҙарта.
"Һауа торошо беҙгә Яңы урамындағы шишмәне таҙартыу буйынса өмә үткәрергә ҡамасауламаны. Барлыҡ ҡатнашыусыларға һәм битараф булмаған халыҡҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Үләнде сабып, ҡыуаҡтарҙы ҡырҡып, шишмә тирәһен таҙарттыҡ», - тип хәбәр иттеләр Вояҙы ауыл биләмәһе хакимиәтендә.