Ҡурай
+4 °С
Ясно
Урындағы яңылыҡтар
2 Августа , 08:20

Нефтекамала "Хәтер аллеяһы" барлыҡҡа килде

Ҡалала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығына бағышланған «Батырлыҡ яҡтары» тип атал-ған урам күргәзмәһе асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нефтекамала "Хәтер аллеяһы" барлыҡҡа килдеНефтекамала "Хәтер аллеяһы" барлыҡҡа килде
Нефтекамала "Хәтер аллеяһы" барлыҡҡа килде

Ҡалала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығына бағышланған «Батырлыҡ яҡтары» тип атал-ған урам күргәзмәһе асылды.

Үҙәк урында — рәссамдар Александр Скорняков, Юрий Сивачёв һәм Василий Куракса эштәре. Оҫталар уларҙы һуғыш барған зонала йәки һалдаттар менән аралашыуҙан һуң ижад иткән. Ижад аша Ватан һаҡсыларының үҙ тамырҙары менән өҙөлмәҫ бәйләнеше күрһәтәлә.

Күргәзмәне «Геройҙарҙың ҡатындары» Бөтә Рәсәй фотопроекты тулыландыра. Нефтекама тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре экспозицияне 1941–1945 йылдар быуыны һәм заманса һаҡсылар араһында туранан-тура параллелдәр ҡороп төҙөгән: Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы ысын әйберҙәр иҫке һалдат сумаҙандары эсенә урынлаштырылған, ә улар өҫтөндә ике быуын һуғышсыларының портреттары эленеп тора.
Экспонаттарҙың шаҡтай өлөшө музейға һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаиләләренең үҙҙәре тарафынан тапшырылған. Аммуниция, шеврондар, һуғыш кәрәк-яраҡтары һәм шәхси документтар бында һирәк осрай торған музей экспонаттары түгел, ә яңында ғына үткән заман шаһиты булараҡ урын алған.

 

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас