Ҡурай
+15 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
4 Августа , 12:31

Ҡалтасыла СВО геройҙарынын көнкүрештәрен еңеләйтәләр

Ҡалтасы районында махсус хәрби операция барышында инвалидлыҡ алған Ватанды һаҡлаусылар өсөн торлаҡ биналарын яраҡлаштырыу буйынса күләмле программа тормошҡа ашырыла.

Ҡалтасыла СВО геройҙарынын көнкүрештәрен еңеләйтәләрҠалтасыла СВО геройҙарынын көнкүрештәрен еңеләйтәләр
Ҡалтасыла СВО геройҙарынын көнкүрештәрен еңеләйтәләр

Ҡалтасы районында махсус хәрби операция барышында инвалидлыҡ алған Ватанды һаҡлаусылар өсөн торлаҡ биналарын яраҡлаштырыу буйынса күләмле программа тормошҡа ашырыла.

Бөгөнгө көндә Оло Кәлтәй ауылынан Игорь Ильтубаевтың йортонда комплекслы эштәр тамам-ланған, ә Ҡалтасы ауылында йәшәүсе Юрий Ислибаевтың йәшәү арауығының бер өлөшө йыһазландырылған.

Белешмә. Геройҙарға дәүләт ярҙамы — властың бөгөн өҫтөнлөклө йүнәлеше. Уңайлы мөхит булдырыу инвалидлығы булған ветерандарға йортта именлектә генә түгел, ә мөмкин тиклем үҙаллы булып, көндәлек тормош шатлығын кире ҡайтарып тойорға мөмкинлек бирә.Яраҡлаштырыу процесын «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды ойоштора. Был косметик ремонт түгел, ә медицина күрһәтмәләренә ярашлы торлаҡты тәрән инженерлыҡ үҙгәртеү. Ветерандан ғариза ғына биреү талап ителә. Артабан махсус комиссия урынға сығып, хужаның көнкүреш ихтыяждарын өйрәнә, теүәл үлсәмдәр ала һәм махсус йыһаздар ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

— Беҙҙең төп маҡсат — йорт геройҙың тергеҙелеү урынына әйләнеүен, унда ул көнкүреш ауырлыҡтарына иғтибар бүлмәй тулыһынса сәләмәтләнә алыуын күреү. Беҙ егеттәр һәм уларҙың ғаиләләре менән даими бәйләнештәбеҙ, теләһә ниндәй мәсьәләләрҙе шунда уҡ хәл итергә тырышабыҙ, — тип билдәләй фондтың социаль координаторҙары.

Игорь Ильтубаевтың йорто

«Ватан һаҡсылары» фонды программаһы арҡаһында СВО ветераны Игорь Ильтубаевтың тормошо күпкә уңайлыраҡҡа әйләнде. Аш-һыу бүлмәһендә заманса функциональ гарнитур барлыҡҡа килде, уңайлы душ кабинаһы йыһазландырылды. Ләкин төп яңылыҡ — «Аҡыллы йорт» системаһы. Хәҙер яҡтылыҡ, климат һәм техниканы смартфон ярҙамында йәки аҡыллы колонка аша идара итергә мөмкин. Эш өсөн бейеклеген көйләүсе электр өҫтәлендә яңы моноблок ҡуйылған.

Игорь Роберт улының тормош юлы — бөгөлмәҫ ихтыяр өлгөһө. Хәрби хеҙмәткә тиклем ул оҫта ҡуллы кеше булған: нигеҙҙән алып ҡыйыҡҡа тиклем йортон, гаражын һәм йорт-ҡаралтыһын үҙе һалған.
2022 йылда өлөшләтә мобилизация башланғас, ул 428-се мотоуҡсылар полкы составында Тыуған илде яҡларға китә. Кременная янында алышҡа инә, һуңынан подразделение ДНР-ҙа бурыстар үтәй. Шунда, сираттағы заданиены үтәгәндә, яҡташыбыҙ ауыр яралана, һөҙөмтәлә һул ҡулы ампутациялана.
Бөгөн уның янында — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булып эшләүсе тоғро тормош иптәше Тамара Григорьевна һәм атаһын ысын ир-егет өлгөһө итеп алған мәктәп уҡыусыһы улы Егор.

Юрий Исенбаевтың фатиры

Изге Георгий ордены IV дәрәжәһе кавалеры Юрий Ислибаевтың фатирында ла төтөндө, һыу ағыуын һәм газды белдереүсе датчиклы «Аҡыллы йорт» системаһы индерелгән. Махсус иғтибар эш урынына бүленгән: электр өҫтәле һәм ҡеүәтле компьютер ветеранға әүҙем булырға, дистанцион эшләргә һәм хеҙмәттәштәре менән аралашырға мөмкинлек бирә. Реабилитация һәм ғаилә өсөн ваҡытты арттырыу маҡсатында Юрий Владимировичҡа робот-саң һурҙырғыс һәм заманса смартфон бирелгән.

Социаль координаторҙар хәбәр итеүенсә, Ислибаевтың торлағын яраҡлаштырыу дауам итә, тиҙҙән төҙөүселәр эштәрҙең киләһе этабына тотонасаҡ.
Юрий Владимирович 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған. Һаулығы торошо буйынса яҡташыбыҙ демобилизацияланған.

Хәҙер йорттарында заманса техника гөрләгән ике герой ҙа бер тауыштан: «Бик уңайлы булды. Дәүләттең реаль хәстәрлеген тоябыҙ. Йортобоҙ йәнә беҙҙең ҡәлғәгә, ял урынына әйләнде, унда ығы-зығыны технологиялар үҙ өҫтөнә ала», – ти.

Ветерандарға ҡарата хәстәрлек бөгөн — парадтарҙағы рәхмәт һүҙҙәре генә түгел, ә уларҙың донъяһын уңайлы, хәүефһеҙ һәм ысын мәғәнәһендә йәмле итеүсе шундай аныҡ эштә

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас