

Нефтекама эшҡыуарҙары үҫмерҙәрҙең квадрокоптерҙар менән мауығыуын перспективалы белем биреү һәм спорт майҙансығына әйләндереп, ҡалала пилотһыҙ осоу аппараттарын идара итеү мәктәбе булдырыу проектын тәҡдим итә.
Башланғыс тик уҡытыу менән генә сикләнмәйәсәк: киләсәктә Нефтекама хәҙер Рәсәйҙә тиҙ популярлыҡ яулаған дрон-рейсинг буйынса рәсми ярыштар үткәреү майҙансығына әйләнергә мөмкин.
Заманса стереотиптар коптер технологияларын хәрби хәрәкәттәр менән бәйләй, тик ул, киреһенсә, тыныс тормош ихтыяждары өсөн генә уйлап табылған, тип ышана проект инициаторы Григорий Тарасов.
– Был кеше тарафынан иҙара ителә, – тип аңлата бизнесмен, ауырлығы ни бары 50 грамм самаһы булған бәләкәй 75-се класс дронын күрһәтеп. – Пилот махсус күҙлектәр кейә һәм кабинала ултырған кеүек бөтәһен дә күрә. Тап ошондай моделдәрҙә күнекмәләр башлана. Ҡоролма компактлы, ул осоштарҙы теркәүҙе йәки килешеүҙе талап итмәй.
Дрондың һәр пропеллеры махсус рәшәткә менән һаҡ-ланған, шуға күрә бәрелешкәндә бала зыянланмаясаҡ. Был бик нәзберек дрон: ергә төшкәндән һуң уны йыш ҡына ремонтларға тура килә. Шулай итеп балалар остаз етәкселегендә параллель рәүештә инженерия, йәбештереү һәм радиоэлемтә нигеҙҙәрен ҙә үҙләштерә.
Юғары технологиялар спорты. Йүнәлештең перспективалары ҙур, тип иҫәпләй эшҡыуарҙар. 2023 йылда РФ Спорт министрлығы бойороғо менән дрон ярыштары Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрына индерелгән. 2025 йылдың февраленән илдә «Пилотһыҙ авиация системалары» (БАС 2025–2030) милли проекты ғәмәлгә ашырыла башлай. Идара итеү оҫталығын хатта ГТО комплексының нормаларына ла индерергә планлаштыралар.
– Президент Владимир Путин былтыр уҡ ошо йүнәлеште үҫтерергә һәм чемпионаттар үткәрергә ҡушты, унда ете йәштән балалар ҡатнаша ала, – тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Григорий Тарасов. – Киләсәктә йәштәр конкурентлыҡҡа һәләтле булһын өсөн беҙгә уҡыусылар эскәмйәһенән кадрҙар әҙерләй башларға кәрәк.
Нефтекама энтузиастарына йылы һәм һыуыҡ миҙгелдәрдә тренировкалар үткәреү базалары кәрәк. Йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн проект авторҙары юл өстендәге бинанан урын бүлеүҙәрен һораны. Хәкимиәт вәкилдәре «Планета» сауҙа үҙәге эргәһендәге үләнлекте, ә ҡышын спорт залын файҙаланырға тәҡдим итте. Алтыға алты метрлыҡ тренировкалар кубы минут эсендә бағаналарҙан һәм тарттырылған селтәрҙән йыйыла — конструкция мобиль һәм хәүефһеҙ.
Мәғариф идаралығы начальнигы Рөстәм Ураҙаев 6-сы мәктәптә БПЛА буйынса түңәрәкте интеграциялау вариантын ҡарарға тәҡдим итте, унда кәрәкле ҡорамал даими бәләкәй һәм ҙур осоу зоналары бар. Ләкин был мәсьәлә дәрестәр теҙмәһе менән килешеүҙе талап итә.
Һынап ҡарау. Техниканың мөмкинлектәрен урында күрһәтеү өсөн, пилоттар кәңәшмәләр залында демонстрация ойошторҙо. Джойстиклы пульт аша микро дронды идара итеп, спортсы уны пластик торбаларҙан йыйылған тар ҡапҡалар аша оҫта үткәрҙе. Хакимиәт башлығы Эльдар Вәлидов та технологияны үҙе һынап ҡарарға булды. Бер нисә уңышһыҙ һөҙөмтәнән һәм бәрелешеүҙән һуң FPV-пилотлау оҫталыҡ һәм реакцияны талап итеүе асыҡланды.
Идеяның потенциалын баһалап, властар тулы яҡлау вәғәҙә итте. Ҡалаға талантлы йәштәрҙе йәлеп итеү нөктәһе кәрәк. Проект авторҙарына финанс ярҙамы күрһәтеләсәк — уларға техник спорт төрҙәрен һәм инженер түңәрәктәрен үҫтереүгә бүленгән республика һәм федераль гранттарға заявка бирергә тәҡдим итәсәктәр. Тулы ҡанлы ҡала ярыштарына килгәндә, команда уларҙы Ҡала көнөндә физик яҡтан өлгөрмәйенсә үткәрә алмаясаҡ, ләкин быйылғы йәйҙә күрһәтмә сығыштар ойошторорға, ә киләһе авгусҡа масштаблы чемпионатҡа әҙерләнергә вәғәҙәләй.