

Нефтекаманан бокс буйынса тренер Марат Шакиров рингта дәғүәсеһенә һөҙөмтәле удар яһау ғына түгел, дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарының һөжүмен кире ҡағыу менән дә шөғөлләнә ала.
2021 йылда ул илдең мобилизация резервы сафына инә. Шул ваҡыттан алып спортсы республикабыҙҙың стратегик объекттарын һаҡлауға даими сыға. Беҙ тренер менән осрашып, БАРС отряды яугирҙарының ниндәй шарттарҙа эшләүен һәм ниндәй бурыстар үтәүен белештек.
– Марат, ни өсөн контракт төҙөргә булдығыҙ?
– Хәрби саҡырыу буйынса хеҙмәтте 2011–2012 йылдарҙа Түбәнге Новгород өлкәһендә эске ғәскәрҙәрҙә үттем. Хәҙер улар Росгвардия тип атала. Миңә хеҙмәт итеү оҡшай ине. Шуға күрә армияны иҫкә төшөрөргә һәм Тыуған илде артабан яҡлауҙы дауам итергә мөмкинлек барлыҡҡа килгәс, мин мобилизация резервына инергә булдым. Минең звание – сержант. Һәм мин мобиль ут төркөмө взводы командиры урынбаҫары булып торам.
Күп таныштарым: «Һин Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәс, һине СВО-ға ебәрәсәктәр», — ти. Мин уларға беҙҙең һаҡларға кәрәк булған объекттарыбыҙ бик күп икәнен аңлатам. Дөрөҫөн әйтәм, предприятиеларҙы һаҡлау өсөн отрядта кешеләр тағы ла кәрәк. Һәм минең менән бергә хеҙмәт иткәндәрҙең береһен дә махсус операцияға ебәргәндәре юҡ. Беҙ контрактҡа ҡул ҡуйғанда, һеҙ стратегик объекттарҙы һаҡлаясаҡһығыҙ, тинеләр
– Һеҙҙе шунда уҡ объекттарҙы һаҡлауға ебәрҙеләрме?
– 2021 йылда башта уҡыу йыйылыштары булды, ул саҡта улар бер ай дауам итте. Теорияны иҫкә төшөрҙөм, строевой, физик һәм ут әҙерлеген үттем. Ә һуңынан йылына ике тапҡыр объекттарҙы һаҡлау өсөн йыйылыштарға саҡырҙылар.
Махсус операция башланғас һәм беҙҙә БПЛА-ларға ҡаршы көрәш взводтары барлыҡҡа килгәс, төрлө дрондарҙы һәм башҡа пилотһыҙ осоу аппараттарын өйрәнә башланыҡ. Әлбиттә, ҙур иғтибар – һауа һөжүмдәрен кире ҡағыу өсөн мобиль ут төркөмө эшенә.
– Һеҙ яңыраҡ сираттағы йыйылыштан ҡайттығыҙ. Отрядта эш нисек ойошторола?
– Башта ике аҙна уҡытыу булды. Иртәнсәк полигонға сығабыҙ һәм көнө буйы шунда үткәрәбеҙ. Көндөҙгө лә, төнгө лә атыуҙар булды. Унан һуң объектҡа килдек һәм уны ай ярым дауамында һаҡланыҡ. Предприятиела еңелерәк, һәм шарттар ҙа яҡшыраҡ. Беҙҙең бәләкәй генә казармабыҙ бар ине. Завод беҙҙе яҡшы итеп ашатты. Беҙҙең хәл менән даими ҡыҙыҡһынып торҙолар: ашарға эсәргә етәме, казармала уңайлымы?
Буш ваҡыт барлыҡҡа килгәндә, ял итергә, телевизор ҡарарға, элемтә булһа, туғандарың менән аралашырға мөмкин. Ләкин пилотһыҙ осоу аппаратынан хәүеф янағанда, һәр беребеҙ үҙ позицияһын биләргә һәм күкте күҙәтергә тейеш. Ҡурҡыу юҡ. Киреһенсә, файҙа килтереү теләге тыуа. Һин инде яуаплылыҡты йәнең-тәнең менән тояһың, туранан-тура Тыуған илде һаҡлауыңды аңлайһың.
– Ә кейемде, мәҫәлән, обмундирование, үҙегеҙ һатып алаһығыҙмы?
– Контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң тулы обмундирование менән тәэмин иттеләр. Яҡшы хәрби кейем, аяҡ кейеме: ҡышҡы һәм йәйге комплекттар. Әйткәндәй, заводҡа килгәс, беҙгә заводтан өҫтәп итек, быйма һәм ямғыр кейемдәре бирҙеләр. Үҙең менән гигиена әйберҙәрен һәм алмаш кейем генә алырға кәрәк. Ҡалған бөтә нәмә бар.
– Эш урынынан еңел ебәрә-ләрме?
– Эйе. Повестка алғанда һәм йыйылыштарға киткәндә, минең менән эш урыны һәм уртаса эш хаҡы һаҡлана. Бынан тыш, РФ Оборона министрлығы түләүҙәре лә бар, улар ваҡытында, тотҡарлыҡһыҙ килә.
– Ғаиләгеҙ һеҙҙең һайлауҙы нисек ҡабул итте?
– Ыңғай. Ҡатыным һәр ваҡыт мине хуплай, был ҡарарыма ла ҡаршы килмәне. Һәр ваҡыт: «Мин һинең менән ғорурланам, сөнки һин Тыуған илде һаҡлайһың», — ти.
– Мобилизация резервына инергә уйлап та, баҙнат итмәгәндәргә нимә әйтер инегеҙ?
– Күптәрҙең уларҙы хәрби хәрәкәттәр зонаһына ебәрәсәктәр тип уйлауын аңлайым. Ләкин мин мобиль кеше резервында биш йыл хеҙмәт итәм, һәм мине бер ҡайҙа ла ебәрмәнеләр. Беҙҙең заводтар һәм предприятиелар ҙа һаҡлауға мохтаж. Уларҙы обороналау — әһәмиәте кәм булмаған бурыс. Әгәр теләк булһа, һеҙ илегеҙҙе яратаһығыҙ һәм уны яҡларға теләйһегеҙ икән, контракт төҙөгөҙ. Беҙгә кешеләр етмәй, тағы ла кәрәк. Туған илебеҙ күген бергәләп һаҡларбыҙ.