Ҡурай
+19 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
9 Августа , 03:19

Тәтешлелә СВО геройҙарына мемориал асылды

Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында күптән түгел күнелдәрҙе айҡаған ваҡиға булды – махсус хәрби операция барышында һәләк булған герой яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә мемориаль плитәләр асылды

Тәтешлелә СВО геройҙарына мемориал асылдыТәтешлелә СВО геройҙарына мемориал асылды
Тәтешлелә СВО геройҙарына мемориал асылды

Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында күптән түгел күнелдәрҙе айҡаған ваҡиға булды – махсус хәрби операция барышында һәләк булған герой яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә мемориаль плитәләр асылды.

Ташҡа уйып яҙылған был исемдәр рәт-рәт юлдар ғына түгел. Был – туғыҙ исем, туғыҙ яҙмыш, туғыҙ йылмайыу. Юрий Баймиев, Нәсим Галиев, Леонид Гыйльмияров, Финат Дәүләтбаев, Петр Дәүләтханов, Фирдүс Садриханов, Валентин Сундюков, Любомир Фазлыев һәм Илнур Хәйҙәршин — илебеҙ киләсәген яҡлап, ғүмерҙәрен биргән ир-егеттәребеҙ. Уларҙың исемдәре тыуған ауылы һәм районыбыҙ тарихында мәңгелеккә ҡаласаҡ, улар берҡайсан да онотолмаясаҡ.

Геройҙарыбыҙҙың Пермь крайы Чернушка һәм Лысьва райондарынан килгән яҡындары ҡатнашыуы һәркемдең күңелен нескәртте. Был – ҡайғы-хәсрәт һәм хәтер уртаҡ тигән һүҙ. Герой ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ул мәңге сафта ҡала, ә уның батырлығы йөҙҙәрсә километрҙар аша кешеләрҙең йөрәктәрен берләштерә.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас