Ҡурай
+14 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
9 Августа , 06:45

Тәтешле егете Илназ Хөсниәров: «Армия – тормош мәктәбе»

Аталары, ағайҙары, олаталары кеүек үк бөгөнгө быуын егеттәре лә ил алдындағы изге бурысын үтәй. Хеҙмәт итеү осоронда етди һынауҙар үтеп, тормош тәжрибәһен туплап солдат физик ҡына түгел, рухи яҡтан да нығып ҡайта. Яңғыҙнарат ауылынан Илназ Хөсниәров та шундай фекерҙә.

Тәтешле егете Илназ Хөсниәров: «Армия – тормош мәктәбе»Тәтешле егете Илназ Хөсниәров: «Армия – тормош мәктәбе»
Тәтешле егете Илназ Хөсниәров: «Армия – тормош мәктәбе»

Аталары, ағайҙары, олаталары кеүек үк бөгөнгө быуын егеттәре лә ил алдындағы изге бурысын үтәй. Хеҙмәт итеү осоронда етди һынауҙар үтеп, тормош тәжрибәһен туплап солдат физик ҡына түгел, рухи яҡтан да нығып ҡайта. Яңғыҙнарат ауылынан Илназ Хөсниәров та шундай фекерҙә.

Рәмзия Ғата ҡыҙы һәм Фирдус Вилгүс улы ғаиләһендә тыуп-үҫкән егет, тыуған ауылы мәктәбендә белем ала. Мәктәп йылдарында баскетбол, волейбол менән шөғөлләнә, үҙен физик яҡтан сыныҡтырыу өҫтөндә даими эшләй. Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалына уҡырға кергән егет экономика һәм бухгалтер хисабы факультетын яҡшы билдәләргә генә тамамлай.
2023 йылдың декабрь айында Илназ армия сафтарына алына. Башта ул Смоленск ҡалаһында танк батальонында хеҙмәт итә, һуңынан уны Воронеж, Брянск ҡалаларына күсерәләр. 2024 йылдың июлендә ҡыйыу ауыл егете Белгородка командировкаға ебәрелә. Унда Илназ Вилгүс улы орудие расчеты составында була.

– Беҙ пехотаға артиллерия уты менән ярҙам итеп торҙоҡ, – ти ул.

– Ҡурҡманыңмы? – тип һорайым әңгәмәдәшемдән.

– Унда ҡурҡыу хисе юғала. Һиңә нимә ҡушалар, һин шуны эшләйһең. Йә һин дошманды юҡ итәһең, йә ул һине, – тип йауаплай Илназ.
2024 йылдың 31 июлендә йәш егет ҡаты яралана. Уны ашығыс рәүештә Мәскәү госпиталенә оҙаталар. Биш ай дауалана ул унда. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табибтарға уның бер аяғын теҙҙән ҡырҡырға тура килә.

– Яраланыуым, госпиталгә эләгеүем, гомүмән, Белгородта булыуым тураһында атай-әсәйемә ҡайтыр алдынан ғына хәбәр иттем. Уларҙың минең өсөн ҡайғырыуҙарын теләмәнем. Был турала ағайым Эльмир ғына белде, – тип һүҙен дауам итә Илназ.

Хеҙмәт срогын тамамлаған солдат тыуған ауылына ҡайта. Күкрәген «Батырлыҡ өсөн» медале биҙәгән егетте ата-әсәһе, туғандары һәм һөйгәне ҡаршы ала.

Егет бер йыл эсендә хәрби һөнәргә өйрәнеп, хатта ҡараштарына тиклем үҙгәреп ҡайта. Ололарса фекер йөрөтә, яуаплылыҡ хисе һиҙелеп тора. Әлеге сифаттар кешегә, бигерәк тә ир-егеткә айырыуса кәрәк.

– Армияға барғаныңа үкенмәйһеңме? – тип һорамай булдыра алманым.

– Һис кенә лә юҡ. Егет кешенең бурысы – армияға барыу, ҡасып йөрөмәү тип уйлайым. Армияла булыу ҡыюлыҡты арттырҙы, ҡурҡып-юғалып ҡалмаҫҡа, бөтә ситуациянан сыға белергә өйрәтте, – ти Илназ. – Яраланып ҡайтһам да, хәрби хеҙмәт бар нимәгә ҡарашымды үҙгәртте, армия – ул тормош мәктәбе.

Илназ инвалидлыҡ алһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй. Уның күңеле күтәренке, пландары ҙурҙан. Юғары белем алыу маҡсаты менән ситтән тороп Өфө фән һәм технологиялар университетының суд һәм прокуратура хеҙмәте бүлегенә уҡырға ингән.

– Маҡсатым – эшкә урнашып, Нефтекамала төпләнеп, һөйгәнем менән ғаилә ҡороу. Теләк булһа, бар ҙа була, – ти ул.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас