

Ҡашҡаҡ ауылында урнашҡан Крупская иҫемендәге йәмғиәттең йылҡысылыҡ фермаһында ҡымыҙ яһау оҫтаһы Данира Һаматова 14 йыл бейә һауып, ҡымыҙ эшләү менән шөғөлләнә.
Тәүге йылдарҙа уға бейәләрҙе ҡул менән һауырға тура килә, ул ваҡытта йылҡы малдарының һаны ла күберәк була. Хәҙер эш еңелләшкән, бейәләр машина менән һауыла.
Ҡымыҙ яһау аласығының тупһанынан уҡ таҙалыҡ, бөхтәлек күренә. Бар нәмә йыуылған, тап-таҙа. Ҡымыҙ күнәктәре лә ап-аҡ япмалар менән ҡаплап ҡуйылған. Көн аҙағында ҡымыҙ яһаған күнәктәр матурлап йыуылып киптерергә ҡуйыла. Данира апайҙың үҙенең эшен яуаплылыҡ менән һәм яратып башҡарыуы күренеп тора.
– Бөгөн 12 бейәне һауып, ҡымыҙ эшләү минең ҡарамаҡта. Эшемде шул тиклем яратам. Бөтә күңелемде һалып башҡарам. Беҙҙең ҡымыҙға һорау ҙур. Көндөкө көнгә етмәй ҙә ҡала. Бер ай алдан уҡ заказ биреп ҡуялар. Үҙебеҙҙең райондан ғына түгел, Ҡариҙел, Яңауыл, Балтастан да килеп алалар, Ҡазан, Мәскәүгә лә китә беҙҙең шифалы эсемлек. Күптәр дауаланыу өсөн ала, – тип һөйләне Данира апай.
Көн эҫе саҡта, күгәүен күп булғанда һөт кәмей төшә. Күгәүендәр булмағанда, малдар ҙа тыныслана, был ваҡытта көнөнә 20 литр тирәһе һөт һауыла.
Ҡымыҙ эшләү серҙәренә ул үҙ аллы өйрәнә. Китаптар ҙа күп уҡый, конкурстарға барып та тәжрибә туплай. Учалыла уҙғарылған конкурста 46 район араһында уларҙың хужалығы алтынсы урынға сыға.
70 йәштә булһа ла, Данира апайҙың өлгөрлөгөнә таң ҡалырлыҡ. Эргәһендә ярҙамсылары – ейәндәре лә йүгереп йөрөй. Өфөнән, Нефтекаманан каникулға ялға ҡайтҡан малайҙар ваҡыттарын файҙалы үткәрә – өләсәйҙәренә ҡымыҙ һауыттарына этикеткалар йәбештерешәләр. Үҙҙәре лә ҡымыҙҙы яратып эсәләр. Өләсәйҙәренә ярҙам итеп, улар ҡымыҙсылыҡ эшенең нескәлектәренә өйрәнеп үҫә.