

Николо-Берёзовка республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышындағы төп мәҙәни үҙәк статусын тағы ла раҫланы. Май айынан авгусҡа күсерелгән «Николай Чудотворец–Берёзовский» төбәк-ара рус мәҙәниәте фольклор фестивале хәҙер йыл һайын республикалағы яңы ижади миҙгелде асты.
Байрам рәсми делегацияларҙы, халыҡ уйындарын, боронғо рецептар буйынса бешерелгән ризыҡтарҙы һәм ҡыңғырау сыңлаусылар конкурсын берләштерҙе.
Сара ауылдың тарихи өлөшөнә инеү урында уҡ башланды. Ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге һаҡсылар һәм әкиәттәге кеүек ҙур таш күрһәткес ҡаршы алды — нәҡ рус әкиәттәрендәге кеүек. Ташта ҡоҙғон ултыра (ысынында — таксидермия), ә байрам маршруты юлдарҙың береһен һайларға тәҡдим итә. Ә бөтә юлдар фестивалдең майҙансыҡтарына алып бара.
Тәүгеләрҙән булып ҡунаҡтарҙы милли ихаталар: рус, башҡорт, мари һәм татар ҡаршы алды. Һауызбаш ауылы кешеләре урман байлығынан яһалған ҡайнатма, эсемлек, кипкән төрлө үләндәр өсөн палатка ҡуйған. Айырым иғтибарға лайыҡ — икмәк лавкаһы: быуаттар дауамында Николо-Берёзовка тотош держава буйлап иген һәм онон оҙатҡан сауҙа пристане булған. Бөгөн дә традициялар йәшәй — бында яңы бешкән икмәк, ондан бешерелгән шәңгә, пирог, тәбикмәктәр тәҡдим итә, бында уҡ Хажи һөт заводы үҙ продукцияһын күрһәтә.
Казак ихатаһында теләгән һәр кем уҡтан атырға йәки остаздар күҙәтеүендә ысын ҡылыс менән сәнгергә мөмкинлек алды. Янында башҡорт ярыштары — суҡмар ырғытыу һәм таяҡ тартыу ҡыҙҙы. Лапта ла онотолманы: БР Ауыл спорт уйындарында күптән түгел көмөш миҙал яулаған урындағы команда барыһына ла оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Фестиваль яңы республика байрамы — Креатив индустриялар көнө (8 август) менән тап килде. 120-нән ашыу һөнәрсе бында меңдәрсә сәғәтлек хеҙмәтенең һөҙөмтәһен килтергән.
Байрам концертында 50гә яҡын фольклор коллективы һәм солистар сығыш яһаны.
Кульминация — ҡыңғырау сыңлаусылар концерты-конкурсы булды. Нефтекама, Өфө, Сарапул һәм урындағы Свято-Троицк сиркәүенән ете оҫта үҙ оҫталығын күрһәтте. Заманса технолгиялар ярҙамында тамашасылар ҙур экранда ҡыңғыраусылаҙың ҡулдары һәм аяҡтары нисек итеп һәр һуғыуҙың уникаль моңон тыуҙырыуын яҡындан күрҙе