Ҡурай
+21 °С
Болотло

Тәтешле батыры үҙ эшен асты

Тәтешлелә йәшәүсе Риф Хөсәйенов — хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Батырлыҡ ордены кавалеры ғына түгел, ә ишле балаларҙың наҙлы атаһы ла.

Тәтешле батыры үҙ эшен астыТәтешле батыры үҙ эшен асты
Тәтешле батыры үҙ эшен асты

Тәтешлелә йәшәүсе Риф Хөсәйенов — хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, Батырлыҡ ордены кавалеры ғына түгел, ә ишле балаларҙың наҙлы атаһы ла.

Яу яландарында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн бирелгән наградалар уның ныҡышмалылығы һәм Тыуған илгә тоғролоғо хаҡында һөйләй. Әммә иң мөһиме — ул, ауыр һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, тыныс тормошта ла үҙ урынын табырға, ғаиләһенең киләсәген ҡайғыртырға ҡурҡмаған.

Ҡулына ҡорал урынына эш ҡоралын алырға ҡарар иткәс, Риф Рәйес улы райондың «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Ундағы белгестәр ветеранға бизнес-план төҙөргә ярҙамлаша, кәрәкле документтарҙы йыйырға өйрәтә. Ошо тырышлыҡтың һөҙөмтәһе булып социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы сиктәрендә дәүләт тарафынан бүленгән грант тора. Был аҡса Рифтең хыялын ысынбарлыҡҡа әйләндерергә мөмкинлек бирә.
Бөгөн инде ул үҙенең шәхси иретеп йәбештереү цехын уңышлы алып бара. Заказдар етерлек — ауылдаштары ла, район предприятиелары ла уның оҫталығына һәм сифатлы эшенә таяна.

«Эшем миңә килем сығанағы ғына түгел, — ти Риф Рәйес улы. — Был минең яңы гражданлыҡ тормошомдоң нигеҙ ташы. Мин бында үҙемде кәрәкле итеп тоям, белемемде һәм тәжрибәмде файҙалы эшкә йүнәлтәм. Иретеп йәбештереү — ул ижад та, яуаплылыҡ та. Һин эшләгән бер нәмә лә осраҡлы була алмай, сөнки ул кешеләрҙең именлегенә бәйле», - ти ул.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас