Ҡурай
+21 °С
Болотло

Ағиҙелдә "Оҙон ғүмер бейеүҙәре" булды

Ағиҙелдә өлкән быуын кешеләренең II «Оҙон ғүмер бейеүҙәре–2026» фестивале уҙҙы. Был ҙур сара 50 йәштән уҙған кешеләрҙе берләштергән ижад берек-мәләре вәкилдәрен йыйҙы. Нефтекама, Чайковский ҡала-ларынан, Ҡуеда ҡасабаһынан, шулай уҡ Илеш, Ҡалтасы һәм Краснокама райондарынан килгән ҡунаҡтар жюриға һәм йәмәғәтселеккә үҙҙәренең визит карточкаларын тәҡдим итте.

Ағиҙелдә "Оҙон ғүмер бейеүҙәре" булдыАғиҙелдә "Оҙон ғүмер бейеүҙәре" булды
Ағиҙелдә "Оҙон ғүмер бейеүҙәре" булды

Ағиҙелдә өлкән быуын кешеләренең II «Оҙон ғүмер бейеүҙәре–2026» фестивале уҙҙы. Был ҙур сара 50 йәштән уҙған кешеләрҙе берләштергән ижад берек-мәләре вәкилдәрен йыйҙы. Нефтекама, Чайковский ҡала-ларынан, Ҡуеда ҡасабаһынан, шулай уҡ Илеш, Ҡалтасы һәм Краснокама райондарынан килгән ҡунаҡтар жюриға һәм йәмәғәтселеккә үҙҙәренең визит карточкаларын тәҡдим итте.

Ағиҙелдең намыҫын  «Әүҙем оҙон ғүмер» клубы артистары яҡланы: конкурста «Көмөш бейеүселәр» ансамбле сығыш яһаһа, күрһәтмә сығыштарҙың биҙәге «Ағиҙелкәй» фольклор коллективы булды.

Фестиваль сағыу вокаль-хореографик композиция менән асылды: «Ағиҙелкәй» ансамбле солисы Альбина Ғәйфуллина үҙе яҙған «Ағиҙелем» йырын башҡарҙы, уны «Көмөш бейеүселәр» составының көслө бейеүселәре уратты.

Конкурс программаһы бай: һәр коллектив ике бейеү әҙерләгән. Тамашасыларҙа айырыуса Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған номерҙар ихлас тойғо уятты — улар патриотизм һәм дуҫлыҡ рухы менән һуғарылды. Икенсе бейеүҙе коллективтар үҙ теләге менән һайлаған, ул жанрҙарҙың төрлөлөгөн күрһәтте: халыҡ бейеүҙәренән алып утлы твистҡа тиклем.

Фестивалдең бронзаһы Ҡуеда ҡасабаһынан «Назгөл» ансамбленә «Баҫ, баҫ» башҡорт бейеүҙәре һәм «Батмус менән бейеү»ҙе оҫта башҡарған өсөн бирелде. Көмөш призерҙар Чайковский ҡалаһынан «Алтын көҙ» удмурт вокаль ансамбле, булды: улар «Беҙ берҙәм» һәм «Яулыҡтар менән бейеү» композициялары менән тамашасыны әсир итте.
Байрамдың төп еңеүе һәм беренсе дәрәжә лауреат исеме Илеш районынан «Хазина» хореография ансамбленә бирелде. Уларҙың «Әпипә» һәм «Твист» номерҙары амфитеатрҙағы тамашасыны аяҡ баҫып алҡышларға мәжбүр итте.

Ағиҙелдәге был көн йәш — ул тик һан ғына, тигәнде асыҡ иҫбатланы. Ижад, энергия һәм бейеүгә һөйөү һауа торошонана ла, йәшкә лә бәйле түгел. Ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар «Оҙон ғүмер бейеүҙәре» йыл һайын үткәрелеүсе яҡшы йолаға әйләнер тип өмөтләнә.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас