

Яңы Нуғай ауылынан фермерҙар Эльвера һәм Салауат Хәмиҙуллиндар 2020 йылдан алып ҡымыҙ етештереүҙе яйға һалды. Уларҙың продукцияһы шунда уҡ краснокама халҡының таныуын алды һәм һатып алыусылар араһында популярлыҡ ҡаҙанды. Быйылғы миҙгелдә лә ҡымыҙ ҙур һорау менән ҡуллана.
Хәмиҙуллиндар башҡорт тоҡомло аттар үрсетеү менән 2019 йылдан шөғөлләнә. Шул уҡ ваҡытта улар ҡымыҙ, ҡаҙылыҡ, йылҡы ите етештереүҙе яйға һала. Хужалыҡта шифалы эсемлек һуңғы алты йылда етештерелә: әйткәндәй, тирә яҡта Хәмиҙуллиндар бөгөн был эштә берҙән-бер. Шифалы эсемлекте етештереү ғәҙәттә өс йәйге айҙа бара. Быйыл фермерҙар ҡымыҙҙы июнь айында әҙерләй башланы.
Әлеге ваҡытта хужалыҡта 50нән ашыу ат иҫәпләнә. Һауылмай торғандары алыҫтағы көтөүлектә йөрөй, һауылғандары – ферма тирәсһендә. Эльвера уларҙы үҙе һауа, уға ҡыҙы Лилиә лә ярҙам итә.
– Хайуандар беҙгә күнеккән, һауыу ваҡытында тыныс торалар, һөттәрен дә «йәшермәйҙәр». Көнөнә ике тапҡыр сәғәт уникелә һәм икелә һауыбыҙ. Ғөмүмән, йылҡы малын көнөнә бер нисә тапҡыр ошондай ваҡыт арауығында һауырға рөхсәт ителә, әммә беҙ әлегә ике менән генә сикләнәбеҙ – һөттө эшкәртергә лә кәрәк бит әле. Һәр баштан көнөнә уртаса өс литр самаһы һөт сыға, – ти ул.
Йылҡыны һауыуға яйлап өйрәтергә кәрәк икән, хайуанды дөйөм көтөүҙән алып, шунда уҡ һауырға башлау мөмкин түгел. Әле һауын көтөүенә күсереп була торған йылҡы малы дөйөм көтөүҙә бар, шуға күрә Хәмиҙуллиндар әкренләп һауын йылҡыларының һанын арттыра.
Бөгөн хужалыҡта барлығы 30 литр һөт һауыла. Һәм көн һайын һауымға һалынған яңы һөттән ҡымыҙ етештерелә – бының өсөн Хәмиҙуллиндар махсус бина бүлгән һәм уны бөтә кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырған.
– Ҡымыҙ әҙерләү өсөн әсеткес ғәҙәттәгесә Әлшәй районынан килтерелде. Ҡымыҙҙы беренсе миҙгел генә эшләмәһәк тә, барыбер тулҡынланабыҙ: бик иғтибарлы булырға кәрәк –барыһы ла тейешенсә барырға тейеш, технологияны боҙорға ярамай. Әҙерләгәндә тик бейә һөтөн һәм әсеткесте генә ҡулланабыҙ: өс литр һөткә бер литр әсеткес тура килә, башҡа бер нәмә лә өҫтәлмәй. Шул уҡ ваҡытта температура режимы ҡәтғи үтәлә. Әҙерләү 40-60 минут дауам итә.
Һуңынан литрлы шешәләргә (әҙер продукттың бер өлөшө икенсе көнгә әсетке сифатында ҡала) тултырабыҙ һәм һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Шулай итеп беҙ көнөнә 30 литр ҡымыҙ алабыҙ, – тип һөйләй Эльвера Хәмиҙуллина.
Һыуытҡыста ҡымыҙ тотҡарланмай – Краснокама районында йәшәүселәр ҙә, Ағиҙел, Дүртөйлө, Яңауыл ҡалалары һәм хатта күрше республика халҡы ла тиҙ арала шифалы эсемлекте һатып алып бөтөрә. Кемдер төсөрәкте ярата, кемдер уртаса әселекте хуп күрә, ҡайһы берҙәр бик әсене ярата. «Өлгөрөү» стадияһы һаҡланыу көндәренең һанына бәйле.
Хәмиҙуллиндар үҙҙәренең продукцияһы менән бер нисә тапҡыр «Башҡорт аты» фестивалендә ҡымыҙ оҫталарының республика конкурсында ҡатнашты. Һәм унда уларҙың ҡымыҙы ла юғары танылыу һәм наградалар алды.
Бындай танылыу алған ҡымыҙҙы бары тик яҡшы һөттән генә алырға мөмкин. Һөттөң юғары тәм сифаттары Салауат Фәһимйән улы тәжрибәһенә өлгәшелә: фермер һөт тәмле, майлы, хуш еҫле булһын өсөн йылҡыны нисек дөрөҫ ашатырға кәрәклеген белә. Мәҫәлән, һауын йылҡылары көн һайын һоло һәм арпа ала. Кәрәк булған һайын фермерҙар үҙ участкаһында күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәрен яңырта.
Ғөмүмән, хужалыҡтың мал аҙығы базаһы хаҡында хәстәрлек Салауат Фәһимйән улына йөкмәтелә. Мал аҙығы әҙерләүҙә уға туғандары ярҙам итә. Хәмиҙуллиндар әйтеүенсә, ярҙамһыҙ, дуҫтарһыҙ крәҫтиән-фермер хужалығын алып барыу ауыр булыр ине, һәм шулай итеп улар дуҫтарса ғаилә подряды булдыра, унда барыһы ла бер-береһенә ярҙам итә.