

«Быйыл Комаров исемендәге лагерьҙа бер генә смена уҙасаҡ, ә «Усточикар» сменаһы булмаясаҡ», − тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, бер аҙ моңһоу булып киткәйне. Нисек инде улай, уны балалар бит йыл буйы көтә?! Әммә бер аҙҙан бар күңелһеҙ хәл артта ҡалды: «Усточикар»ға әҙерлек башланды.
Ситтән ярҙам көтөп тормайса, ойошторусылар үҙ көстәре менән бар эштәрҙе башҡарып сығып, лагерҙы 21 көнгә асыуға ирештеләр. Элек ҡайһы бер белгестәр һәм вожатыйҙар Удмурт Республикаһынан булһа, хәҙер иһә балаларҙы район остаздары уҡыта, күңелдәрен аса һәм уларҙың ялы файҙалы үтһен өсөн бар көсөн һала.
«Усточикар» – республиканың төрлө төбәктәренән килгән балаларға үҙ һәләттәрен күрһәтергә, милли кәсептәрҙе өйрәнергә, яңы дуҫтар табырға һәм удмурт халҡының ҡабатланмаҫ мәҙәниәте менән танышырға мөмкинлек биреүсе майҙансыҡ. Ойошторусылар камилләшеүҙе, ижади һәм әүҙем ял төрҙәрен үҙ эсенә алған бай йөкмәткеле программа әҙерләгән. Һәр кем күңеленә хуш килгән шөғөлдө таба алһын өсөн дүрт ҡыҙыҡлы йүнәлеш ҡаралган.
Балаларҙы сәхнәлә һәм тамашасылар алдында дөрөҫ тоторға, һөйләм теленә һәм эстрада вокалын БРның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ирина Шәйхлисламова өйрәтә.
Удмурт Республикаһы дәүләт университетының сәнғәт һәм дизайн факультеты студенты Есения Миңнеғәли ҡыҙы менән берлектә йәш рәссамдар буяуҙар дөньяһында сума, батик кеүек яңы алымдарҙы үҙләштерә.
Балаларҙың күбеһен «Балсыҡ» йүнәлеше йәлеп итә. Район балалар ижады үҙәге белгесе Елена Әхиәрова етәкселегендә егет-кыҙҙар ғүмерлеккә иҫтә ҡалырлыҡ эшләнмәләр яһай.
Гали Соҡорой исемендәге гимназияның физкультура уҡытыусыһы Артем Байситов спорт яратыусы балаларҙы бер отрядҡа һайлап алды. Улар һәр көн физик әҙерлекте яҡшыртыу, спорт һәм хәрби-ғәмәли күнекмәләр аша ихтыяр көсөн үҫтереү менән шөғөлләнә, хәрби дисциплина нигеҙҙәрен үҙләштерә.
Лагерь тормошо төрлө күңел асыу сараларына бай: вожатыйҙар Рузанна Мөгәлимова, Ангелина Зидымакова һәм Аделина Шәйхелисламова, шулай уҡ музыкаль етәксе Ғәзинур Хәлимов ойошторған киске усаҡтар, тәбиғәт ҡосағындағы квестар, удмурт ғөреф-ғәҙәттәрен сағылдырған байрамдар, спорт ярыштары, дискотекалар балалар күңелендә мәңгегә уйылып ҡаласаҡ. Ә балаларҙың сәләмәтлеге һағында фельдшер Влас Шартдинова тора.
«Усточикар» тигән сихри донъяла ижади һәләттәрен үҫтерергә, яңы һөнәр нигеҙҙәрен үҙләштерергә, күптәнге дуслар менән осрашырға һәм ҡабатланмаҫ миҙгелдәрҙе бергә тыуҙырырға тип, Тәтешле, Яңауыл, Ҡалтасы райондарынан һәм Пермь крайы Куеда поселогынан 38 бала йыйылды. Улар «Лобась бубылиос» («Күбәләктәр») һәм «Нянь колдыос» («Икмәк») тигән ике отрядҡа бүленде.
Сираттағы лагерь сменаһын тантаналы асыуға район хакимиәте башлығы Денис Солтанов, БР удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Эдуард Рәхимйәнов, БР удмурттары Милли-мәҙәни үҙәге Советы рәйесе Рөстәм Ғәлләмов, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаларын башҡарыусы Дмитрий Афризонов, лагерь директоры Людвиг Зидымаков һәм Яңауыл районы буйынса удмурт милли-мәҙәни үҙәге филиалы рәйесе Юрис Сәйетов та килгәйне, улар балаларға күңелле ял теләне, ҡотлау һүҙҙәре менән сығыш яһаны.
Әлбиттә, өс аҙна күҙ асып йомғансы уҙа ла китә. Лагерь тормошоноң иң матур миҙгеле — ҙур гала-концертта һәр отряд үҙҙәренең ижад емештәрен атай-әҫәйҙәренә һәм ҡунаҡтарға бүләк итә.
Быйылғы «Усточикар» балаларҙың йөрәгендә матур тәэсораттар ҡалдырып, уҡыу йылы дауамында илһам сығанағы булды һәм уларҙы алдағы йәйҙә йәнә «Оҫталар шәһәренә»нә саҡырып тора.