Ҡурай
+21 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
19 Августа , 13:14

Ағиҙелдә ретро-фестиваль үтте

Һалҡын ел иҫһә, күк йөҙөн болот ҡаплаһа ла, беҙҙең ҡалала йыл һайын үткәрелеүсе «Ағиҙел. Киләсәккә кире ҡайтыу» ретро-фестивале сағыу, күңелле һәм йылы мөхиттә үтте

Ағиҙелдә ретро-фестиваль үттеАғиҙелдә ретро-фестиваль үтте
Ағиҙелдә ретро-фестиваль үтте

Һалҡын ел иҫһә, күк йөҙөн болот ҡаплаһа ла, беҙҙең ҡалала йыл һайын үткәрелеүсе «Ағиҙел. Киләсәккә кире ҡайтыу» ретро-фестивале сағыу, күңелле һәм йылы мөхиттә үтте.

Фестиваль майҙансығы бер көнгә ғәҙәти булмаған, ысын мәғәнәһендә замандан ситкә сығып, үткәнгә алып барыусы порталға әүерелде. Бында бөтә нәмә — тематик интерактив майҙансыҡтар, атмосфера күргәҙмәләре, боронғо плакаттар, граммофон яҙмалары — Ағиҙел халҡын йәшлек йылдарына саҡыра ине.

Фестивалдең айырым ҡиммәтле өлөшө булып ретро-фотографиялар күргәҙмәһе торҙо. Был майҙансыҡта ҡалабыҙҙың төрлө йылдарҙағы тормошо тергеҙелгәйне. Ә был фотоларҙың иң ҡәҙерлеһе — уларҙы беҙҙең ҡала халҡы үҙҙәре алып килде. Ғаилә альбомдарынан, өләсәй-олатайҙарҙың һандыҡтарынан табылған һәр рәсем үҙ тарихын, үҙ серен һаҡлай. Бында 80-сы йылдарҙағы төҙөлөш мәлдәре, урам буйлап атлаған йәштәр, майҙандағы бейеү кистәре — ҡалабыҙҙың йөҙөн, кешеләренең йөҙҙәрен күрергә мөмкин ине. Тамашасылар оҙаҡ баҫып ҡараны, таныш йөҙҙәр эҙләне, үҙҙәренең ғаилә тарихы менән бәйле мәлдәрҙе күреп, хатта илап та алдылар. Был күргәҙмә беҙҙең уртаҡ хәтерҙе, уртаҡ тамырҙарыбыҙҙы тағы бер ҡат иҫбатланы.

Ә инде икенсе мөғжизә — 80-се йылдар бүлмәһе. Ойоштороусылар бөтә көсөн һалып, үткән быуаттың уртаһындағы ғәҙәти ҡала фатирының интерьерына әйләндереп ҡуйғайны. Бына диван, ҡара экранлы телевизор, «раковина»лы телефон, келәмдәр, торшер, аяҡлы тегеү машинаһы, хрусталь вазалар... Барыһын да ҡала халҡы фестивалгә үҙ йорттарынан килтерҙе. Хатта өҫтәлдәге вазала элекке гөлләр, радиоланан 80-се йылдарҙағы популяр музыка ишетелеп тора ине. Был бүлмәлә үҙеңде нисектер тыныс, йылы, ышаныслы тойаһың.

Ололар үҙҙәренең йәшлек йылдарын, ғашиҡ булған, ғаилә ҡорған, балаларын тәрбиәләгән мәлдәрҙе иҫкә алды. Йәштәр иһә аптырап ҡараны — олатай-өләсәйҙәре бына шундай ҡыҙыҡлы, шундай романтик тормошта йәшәгән икән бит! Һәр кем шул бүлмәлә сувенирға фотоға төшөрөнөргә теләне.

Иң ҙур ҡыуаныс — ололар ҙа, йәштәр ҙә бергәләп, ҡулға-ҡул тотоношоп, урам уйындарында ҡатнашты. Резинка, классиктар, городки — ошо ябай, ләкин шул тиклем яратҡан уйындар барыһының да күңелен асты.
Фестивалдең иң тулҡын-ландырғыс мәле булып ҡала-быҙҙың тәүге төҙөүселәре — штукатур-буяусылар менән осрашыу торҙо. Улар — Ағиҙелдең нигеҙен һалған, уның беренсе йорттарын төҙөгән, урамдарын асҡан данлыҡлы шәхестәр. Ҡәҙерле юбилярҙарҙы ҡотланылар, уларға ауыр хеҙмәте, тыуған ҡалабыҙға сикһеҙ тоғролоғо өсөн ихлас рәхмәт белдерҙеләр.

Традиция буйынса фестиваль яратҡан ретро-хиттары аҫтында дәртле дискотека менән тамамланды. Легендар йырҙар яңғыраны, бөтә майҙан кешеләр менән тулды. Ололар ҙа, йәштәр ҙә бергәләп бейене, йырланы, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Был ихлас йылмайыу, шәп музыка һәм иң яҡшы хәтирәләр ваҡыты булды. Кемдер үҙенең йәшлеген иҫкә алды, кемдер бөгөнгө көндөң ҡәҙерен аңланы. Әммә барыһын да бер нәмә берләштерҙе — туғанлыҡ, дуҫлыҡ, бер-береңә ҡарата мөхәббәт.

Был байрам тағы бер тапҡыр иҫбат итте: ысын ҡиммәттәр — ваҡытҡа, йылдарға ҡарамай, беҙҙең йөрәктә йәшәй. Ностальгия — ул үткәндә ҡалыу түгел, ә уны хәтерләп, бөгөнгө көндө йәмлерәк, матурыраҡ итеү өсөн киләсәккә көс алыу.

«Ағиҙел. Киләсәккә кире ҡайтыу» фестивале беҙгә тағы ла бер ғаилә байрамы, йылы осрашыу, рухи берҙәмлек бүләк итте. Беҙ бында киләсәк йылда ла, артабан да осрашасаҡбыҙ, сөнки беҙҙең тарих, беҙҙең мәҙәниәт, беҙҙең көс — беҙҙең хәтерҙә, беҙҙең бейеүҙә, беҙҙең йырҙа!

Ағиҙелдә ретро-фестиваль үтте
Ағиҙелдә ретро-фестиваль үтте
Ағиҙелдә ретро-фестиваль үтте
Ағиҙелдә ретро-фестиваль үтте
Автор:Ирина Валиева
Читайте нас