Тәтешле районы Юрмияҙбаш ауылы үҙенең 135 йыллығын уҙғарды. Сара «Юрмияҙым – минең мәңгелек яҙым» тип аталҙы.
Сара урындағы мәсеттә доға уҡыуҙан башланды. Ошонда ҡунаҡтар ҡорбанға салынған һарыҡ итенән әҙерләнгән ризыҡтан ауыҙ итте. Унан концерт программаһы тәҡдим ителде.
