Ҡурай
+21 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
20 Августа , 07:14

Ағиҙелдә мәҙәни усаҡтар яңыра

Ағиҙелдә мәҙәни усаҡтар яңыраАғиҙелдә мәҙәни усаҡтар яңыра
Ағиҙелдә мәҙәни усаҡтар яңыра

19 августа эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһында булған саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт объекттарын ҡарап сыҡты.


Ул бында федераль һәм республика кимәлендәге программалар сиктәрендә алып барылған күләмле модернизацияны баһалау маҡсатында килде.
Китапхана. 1985 йылда төҙөлгән ҡала китапханаһы бөгөн икенсе тыуыу кисерә. Былтыр учреждение конкурста еңеп сығып, республика бюджетынан 8,8 млн һумлыҡ субсидия алды. Был аҡсаға түбәгә капиталь ремонт үткәрелде, тәҙрә-ишектәр тулыһынса алмаштырылды.

Быйыл иҫә китапхана «Ғаилә» милли проектының төбәк һәм муниципаль китапханаларҙы яңыртыу программаһына инде. Ике йыл дауамында федераль үҙәктән фасадҡа, холға, тамаша залына һәм эске бүлмәләргә капиталь ремонт яһауға 25,8 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Эште киләһе йыл Республика көнөнә тамамларға планлаштыралар.

«Был бик яҡшы федераль программа, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Ләкин ремонтланған стеналар һәм яҡшы шарттар ғына етмәй. Беҙгә китап уҡыу мәҙәниәтен үҫтерергә, балаларҙы гаджеттарҙан айырырға кәрәк. Беҙҙең Башҡортостанда был яйлап килеп сыға башланы». Киләһе йылға коллектив яңы быуын китапханаһы булдырыу өсөн конкурсҡа ҡатнашырға ниәтләй.
Музей. Ошо уҡ бинала ҡала тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы урынлашҡан. Быйыл ул «Мәҙәниәт инфраструктураһы һәм ғаилә ҡиммәттәре» федераль проекты («Ғаилә» милли проекты) сиктәрендә экспонаттарҙы һаҡлау өсөн климат техникаһынан алып интерактив панелдәргә һәм мультимедиалы гидҡа тиклем заманса ҡорамалдар һатып алыу өсөн 11,5 млн һум аҡса алды. Был экскурсия программаларын һиҙелерлек киңәйтте. Бер үк ваҡытта республика инициативаларға булышлыҡ күрһәтеү программаһы сиктәрендә бөтә залдарға косметик ремонт бара, уны октябрҙә тамамларға йыйыналар.
«Иҙел» мәҙәниәт йорто.

Иң ҡатмарлы объект — «Иҙел» ҡала мәҙәниәт йорто. Уға реконструкция эштәрен 2021 йылда уҡ башлағандар. Әммә төҙөүселәр эшкә тотонғас, проект-смета документацияһын төҙәтеүҙе һәм өҫтәмә финанслауҙы талап иткән өҫтәмә мәсьәләләр килеп тыуа. Шуға бәйле рәүештә 2024 йылда реконструкцияны туҡтатырға тура килә.
Яңыртылған проект дәүләт экспертизаһы үтә. Бынан тыш, Мәҙәниәт министрлығы федераль финанслауҙы йәлеп итеү мәсьәләһен тикшерә.
Ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров объектты тамамлауҙың халыҡ өсөн социаль һәм мәҙәни әһәмиәтен билдәләне. Ағиҙелгә киң күләмле саралар үткәреү, ижади коллективтарҙы үҫтереү, халыҡтың ялын ойоштороу өсөн заманса майҙансыҡ бик кәрәк.

— Беҙҙең республикала бер нисә ошондай объект бар, беҙ уларҙа әүҙем тотондоҡ, ләкин һуңынан үҙебеҙҙең субъектив һорауҙар килеп тыуҙы. Төп проблема — беҙ эш күләмен бер төрлө фаразланыҡ, ә асып ебәргәс, байтаҡҡа күберәк кәрәклеге асыҡланды. Бында тап ошо тарих — беҙ бында бөтәһен дә 200 миллион һумға эшләрбеҙ тип уйланыҡ, ә хәҙер һүҙ ярты миллиард хаҡында бара, — тине Радий Хәбиров объектты ҡарап сыҡҡас. — Шуға күрә быйыл экспертизаны ҡайтанан ҡарап, раҫлаясаҡтар, ә киләһе йыл төҙөй башлаясаҡтар. Республиканың билдәле бер средстволары бар инде. Һәр ваҡыт яҡшыраҡ — срокты уңға күсереп, бөтәһен дә бер юлы эшләү: фасадты ла, эске бүлмәләрҙе лә, биләмәне йыһазландырыуҙы ла. Эштәр бер нисә йылға һуҙыласаҡ, ләкин шуның менән бында бөтәһен дә тәртипкә килтерәсәктәр.

Автор:Ирина Валиева
Читайте нас