

Был көндәрҙә «Ағиҙелтрансавто» ЯСЙ-һының ангарында ғәҙәти ремонт менән сағыштырып булмаҫлыҡ эштәр барҙы. Волонтерҙарҙың, хәстәрлекле эшҡыуарҙарҙың һәм профессиональ эшселәрҙең берҙәм хеҙмәте арҡаһында ғәҙәти «Нива» хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн машинаға әүерелде. Бик яҡын арала автомобиль Нефтекаманан гуманитар колонна составында махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡ.
Автомобилде яңынан йыһазландырыу инициативаһы алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙҙан килде. Улар тик концепция ғына тәҡдим итеп ҡалмай, ә ентекле схемалар һәм һыҙмалар ҙа ебәрҙе. Бурыс еңел түгел ине: гражданлыҡ внедорожнигын юлһыҙ ерҙә йөрөүгә һәләтле, шул уҡ ваҡытта хәрби ҡорал йөрөтә алырлыҡ машинаға әйләндереү.
Был ниәт буйынса, автомобилдән ҡыйыҡты һәм артҡы ултырғыстарҙы һүтеп алынды. Бушаған урынды турель — пулеметтарҙы һәм автоматтарҙы нығытыу өсөн махсус ҡоролма биләне. Был ҡулайлама яугирҙарға махсус системалар һәм көс приводтары ярҙамында ҡоралды горизонталь һәм вертикаль яҫылыҡтарҙа күҙәтеп, тоташ ут асырға мөмкинлек бирә. Фактик рәүештә, «Нива» икенсе хәрби тормош алды.
Эштәрҙе ойоштороуҙы «Ағиҙелтрансавто» ЯСЙ-һы коллективы үҙ өҫтөнә алды. Процессты баш инженер Рамаҙан Ханнанов етәкләне, ул хеҙмәттәштәре араһында бурыстарҙы аныҡ бүлеп бирҙе.
Автомобилдең өҫтәмә һаҡланышы айырым иғтибарға лайыҡ. Турель ҡороуҙан тыш, электр иретеүселәр Вячеслав Николаев һәм Фәнил Бәҙретдинов тағы бер мөһим бурысты — автомобилде бронялау элементтарын иретеп, урынлаштырыуҙы башҡарҙы. Яугирҙар тәҡдим иткән был ҡарар экипажды алғы һыҙыҡта бурыстар үтәгәндә ярсыҡтарҙан һәм пуляларҙан һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән.
Кузов өлөшө һәм механика өсөн тәжрибәле слесарҙар Ғәбделхәй Хәбибуллин менән Мөнир Алимбаев яуап бирҙе. Автомобилде буяуҙы Нәфис Сәхапов башҡарҙы.
Бөтә эш күләмен ир-егеттәр ни бары 10 көн эсендә башҡарҙы.
Әҙер автомобилгә ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар килде. Улар магшинаның капотында һаҡсыларҙың йәнен йылытырлыҡ өгөт-теләктәр ҡалдырҙы. Яңы буяуҙа былай тип яҙылған: «Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ», «Еңеү менән әйләнегеҙ!», шулай уҡ «Ағиҙел: “Үҙебеҙҙекен ташламайбыҙ!”» тип символик яҙыу.
Билдәләп үтергә кәрәк: был проект бары тик ҡала халҡының берҙәмлеге арҡаһында ғына мөмкин булды. «Нива»ны һатып алыу өсөн аҡсалар Ағиҙелдең хәстәрлекле йәшәүселәре тарафынан йыйылды. Ойоштороу мәшәҡәттәрен һәм запас частар эҙләүҙе ярҙам үҙәге етәксеһе Әлфиә Грифленкова үҙ өҫтөнә алды.
«Ғәжәп, әммә беҙ предприятиеларға шылтырата башлаһаҡ, берәү ҙә баш тартманы. Беренсе шылтырау буйынса автозаводта кәрәкле материалдарҙы бирергә әҙер кешеләр шундуҡ табылды, — тип билдәләй Әлфиә Минулла ҡыҙы. — Был ҡаланың берҙәм маҡсат менән йәшәүен күрһәтә».
Автомобиль яҡын арала махсус хәрби операция зонаһына тапшырыласаҡ.
«Был автомобиль беҙҙең уртаҡ Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итһен. Беҙ һәр ваҡыт яугирҙарыбыҙҙы һүҙ ҙә, эш менән дә хупларға әҙер», — тип белдерҙе волонтерҙар һәм эшселәр эштәрҙе тамамлап. Һәр болтта, һәр иретеү урынында һәм борттағы һәр яҙыуҙа — Ағиҙел кешеләренең үҙ һаҡсыларына ҡарата ихтыяры һәм ышанысы.