Ҡурай
+21 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
28 Августа , 12:07

Спорт ҡорамалы — ҡайғыртыу символы булараҡ

Техник реабилитация саралары исемлеген киңәйтеү сиктәрендә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды яугирҙәребеҙҙе файҙалы бүләктәр менән ҡыуандырыуын дауам итә.  Күптән түгел Ағиҙел ҡалаһынан махсус хәрби операцияның ике ветеранының өйөнә   швед стеналары ҡуйылды.

Спорт ҡорамалы — ҡайғыртыу символы булараҡСпорт ҡорамалы — ҡайғыртыу символы булараҡ
Спорт ҡорамалы — ҡайғыртыу символы булараҡ

Бындай тренажерға эйә булыусылар — ветерандар Хакимьянов Фидан һәм Алетдинов Артур. Уларҙың һәр береһе өсөн швед стенаһы — ябай спорт инвентары ғына түгел, ә һаулыҡ өсөн көндәлек көрәштә ысын таяныс.

Ауыр яраларҙан һуң реабилитацияның төп өлөшө — физик әүҙемлек. Инвалидлыҡ алһалар ҙа, беҙҙең геройҙар бирешмәй: улар өйҙә шөғөлләнергә әҙер, мускулдарҙы нығытырға, быуындарҙы эшкәртергә һәм тәндәренә элекке көсөн ҡайтарырға тырыша. Был тренажер уларға даими рәүештә шөғөлләнергә, формала ҡалырға һәм көн һайын ярҙам тойорға мөмкинлек бирәсәк.

«Был бәләкәй, әммә мөһим деталь — беҙҙең батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек өсөн "рәхмәт" әйтеү ысулыбыҙ. Һәр стенаға яҡынлашыу яңы еңеүҙәргә аҙым булһын! — тип билдәләй Ағиҙелдәге "Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалы координаторы Гөлназ Мәхмүтова. — Беҙ ышанабыҙ: яңы снарядтарҙа шөғөлләнеү Фиданға һәм Артурға файҙа ғына түгел, ә ҡыуаныс, үҙ көсөн һәм яңы мөмкинлектәр тойомон да килтерәсәк. Был инициативаны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән барлыҡ кешеләргә рәхмәт. Бергәләп беҙ яҡлаусыларыбыҙҙың тормошон бер аҙ яҡшыраҡ һәм сағыуыраҡ итәбеҙ».

 

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас