+21 °С
Болотло


Ҡалтасы районыОло Туғанай ауылы клубында капиталь ремонт бөтөп килә.
Ҡалтасы районы мәҙәниәт бүлеге хәбәр итеүенсә, әле клуб бүлмәләрендә әүҙем эш бара.Инициативалы ауылдаштар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм битараф булмаған барлыҡ ауыл кешеләре берләшеп, бинаға яңы тормош өрөргә тырыша. Генераль йыйыштырыу үткәрелә, интерьерҙар яңыртыла, был арауыҡты ысынлап та йәмле һәм уңайлы итерлек деталдәр уйлап табыла.