

Яңауыл районы музейының «Уран ырыуы мираҫы» проекты Башҡортостан Башлығының грант ярҙамын алды. Уның күләме 395 459 һумға тиң. Проект нисек тормошҡа ашырыласаҡ? Был хаҡта учреждение етәксеһе Әлиә Мирсаяпова һөйләй: - «Милли мәҙәниәттәр сатында» социаль проекттарға һәм башланғыстарға булышлыҡ итеү фонды конкурста еңеү арҡаһында Яңауыл музейы тыуған яҡты өйрәнеүселәр менән берлектә мөһим социаль әһәмиәтле идеяларҙы тормошҡа ашыра аласаҡ. Проект инициаторҙары - тыуған яҡты өйрәнеүсе Светлана Хашимова Һәм Уран ырыуы башлығы Зифил Фәхретдинов тарихты һәм традицияларҙы йәмәғәтселек иғтибарына еткереү өсөн ҙур эш башҡарҙы. Беҙ был башланғысты ата-бабаларыбыҙға хөрмәт күрһәтеү, тип иҫәпләйбеҙ. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә Уран башҡорт ырыуының тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу мәсьәләләренә уҡыусыларҙың һәм йәштәрҙең мәғлүмәтлелек кимәлен арттырырға, уларҙа тыуған яҡтың тарихына, күренекле яҡташтарына һәм ата-бабаларына ҡарата ғорурлыҡ һәм ихтирам тойғоһо тәрбиәләүҙе ниәтләйбеҙ. Беҙҙе алда нимә көтә? Урыу тарихына арналған экспозициялар булдырыласаҡ, ырыу тарихын һәм башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыуға йүнәлтелгән мәғрифәтселек саралары үтәсәк. Улар Кисәк-Ҡайын, Прогресс, Янбарис, Яңы Артауыл, Ҡарман ауылдарында осрашыуҙар, тарихсылар, этнографтар менән консультациялар һәм лекциялар, шәжәрә төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, район архивына танып белеү экскурсияһы, эссе, видеороликтар конкурстары һ.б. Проектты тормошҡа ашырыу процесының төп мәлдәренең береһе – киләһе йылдың февралендә музейҙа мәғариф үҙәген асыу. Йомғаҡлау сараһы булып «Тамырҙар һәм тармаҡтар: ваҡыт ағымында Уран ырыуы тарихы» күргәҙмәһе торасаҡ, Унда Уран ырыуының «тормош ағасы» индереләсәк – ул үҙәк экспонат, шулай уҡ аудио-визуаль, интерактив зоналар эшләйәсәк. Проект 1 октябрҙән 2027 йылдың 30 сентябренә тиклем.тормошҡа ашырыла. Үҙ тамырҙарыбыҙҙы өйрәнеү беҙҙе көслөрәк итә, ә йәмғиәтебеҙ берҙәмерәк булыр, тип ышанабыҙ.