Ҡурай
+21 °С
Облачно
Урындағы яңылыҡтар
7 Сентября , 12:00

«Нур» мәсете балҡып тора

«Нур» мәсете балҡып тора«Нур» мәсете балҡып тора
«Нур» мәсете балҡып тора

Ағиҙел ҡалаһында кистәрен «Нур» мәсетенең заманса архитектура яҡтыртҡыстары арҡаһында нисек үҙгәреп, яңыса балҡыуын күреп була. Хәҙер бина айырым бөйөклөк, яҡтылыҡ һәм рухи затлылыҡ менән айырылып тора, тирә-яҡҡа йылылыҡ һәм рәхәтлек атмосфераһын тарата.
Мәсет ҡаланың ысын биҙәгенә әүерелде. Был изге эштә ярҙам иткән спонсорҙарға һәм хәйриәселәргә ҙур рәхмәт белдерелә.
Атап әйткәндә, «Уралсиб» банкы ПАО-һына, Ҡала Советы Рәйесе Руслан Халитовҡа, «Тепловентсервис» ЯСЙ-һы директоры Харис Дәүләтшинға, «Казачья охрана Ягуар» ЯСЙ ЧОО-һы директоры Фәғим Низамовҡа рәхмәт әйтелә.
Шулай уҡ Айҙар хәҙрәткә һәм был сауаплы эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр бер иғтибарлы ҡала халҡына һәм мәсет әһелдәренә рәхмәт белдерелә.
Был саф нур Ағиҙел халҡының йөрәктәрен тыныслыҡ, изгелек һәм иминлек менән яҡтырта.

Автор:Ирина Вильданова
Читайте нас