Был байрамдың килеп сығыуы айыҡлыҡ хәрәкәтенең билдәле эшмәкәре Джон Финчҡа бәйле. Ул бөтә ғүмерен кешеләрҙе айыҡ тормошҡа йәлеп итеү һәм алкоголле эсемлектәрҙе һатыуға ҡаршы көрәшкә бағышлаған. Бөгөн күпселек илдәрҙә акция, кәңәшмә үткәрелә, фильмдар күрһәтелә, алкоголле эсемлектәрҙең зыяны хаҡында брошюралар таратыла.