Иҡтисади үҫеш министрлығында көйләүсенең фаразы менән риза булыуҙарын белдерәләр. Дөйөм алғанда, ил буйынса йәй аҙағында бензиндың бер литры 43,27 һум, дизель 44,53 һум тора ине. Хөкүмәт ҡабул иткән саралар, биржа һатыуҙары күләмен киңәйтеү һәм ҙур нефть компанияларының хаҡтарҙы туңдырыу буйынса килешеүҙәрҙе үтәүе яғыулыҡтың хаҡын һаҡлауға булышлыҡ итергә тейеш. Ләкин, эксперттар билдәләүенсә, бензинды һәм дизелде ваҡлап һатыусылар үҙҙәренә зыянға эшләй, ә нефть тармағында акциздарҙың һәм һалым маневрының артыуы сәбәпле хаҡтарҙың күтәрелеүе ихтимал.